Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2022, 10:29

Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан дүрт кешене сығарған

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған.

Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан дүрт кешене сығарғанҠотҡарыусылар урманда аҙашҡан дүрт кешене сығарған
Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан дүрт кешене сығарған

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән.

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған. Кире юлға сыға алмай аҙашҡандарын аңлағас, бәшмәкселәрҙең береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Оператор кешеләрҙең ҡайҙа икәнлеген ҡабул иткән, ярҙамға Сибай төбәк эҙләү отряды ҡотҡарыусылары юлланған. Улар тиҙҙән аҙашыусыларға барып юлыҡҡан – бер кем дә зыян күрмәгән.  

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-13/priehali-za-gribami-i-zabludilis-spasateli-v-bashkirii-pomogli-chetverym-lyudyam-vybratsya-iz-lesa-2987778 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас