Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 06:00

“Бурыслы”

19 сентябрҙән 26 сен­тябр­гә тиклем район билә­мә­һендә “Бурыслы” опе­ра­тив-профилактик сараһы үтә.

Был осорҙа ваҡытында түләнмәгән административ штрафтары булған граждандар менән эш әү­ҙемләшәсәк. Федераль суд приставтары хеҙмәте һәм Рәсәй Эске эштәр минис­трлығының район бүлеге менән берлектә административ штрафтарҙы тү­ләтеү маҡсатында рейд саралары уҙғарыла. 70 көн эсендә түләмәүселәргә административ штрафты ике тапҡыр арттырып түләтеү (әммә 1 мең һумдан да артыҡ түгел) йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест ҡаралған.
Наталья Дударева,
административ законсалыҡты башҡарыу буйынса өлкән инспектор.

Автор:
Читайте нас