Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2022, 10:29

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағына республикаға яуым-төшөм килә.

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразланаБашҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана

2 сентябрҙә урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән - елдең көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ – 22–27, көньяҡ-көнсығыш буйынса 29–34 градус йылы.

 

Шәмбе, 3 сентябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 6–11, көньяҡ-көнсығышта 16, көндөҙ – 16–21, республиканың көньяҡ-көнсығышында  23–28 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:
Читайте нас