

Ауылда йорт менән мунсаның яныуы тураһында мөрәжәғәт "112 системаһы"на килеү менән урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән.
"Утты һүндереү барышында 1958 йылғы ир-егеттең кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана", - тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-18/yan-yn-ber-kemde-l-ayamay-2877917?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Фото: goskomitetrb