Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Июль 2022, 09:48

Һәләк булғандар һаны дүртәүгә еткән...

Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Һәләк булғандар һаны дүртәүгә еткән...Һәләк булғандар һаны дүртәүгә еткән...
Һәләк булғандар һаны дүртәүгә еткән...

Бөгөн таңғы сәғәт 5-тә Өфө – Ырымбур федераль трассаһының 196-сы саҡрымында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән: “Ford Focus” менән “Лада Ларгус” бәрелешкән, тип хәбәр иткәйнек. Әле Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте был ваҡиғаға ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.

Асыҡланыуынса, “Ford Focus” автомобиле рулендә – Стәрлетамаҡ районынан 30 йәшлек, ә “Лада Ларгус”та Сибай ҡалаһынан 36 йәшлек ир булған. Аварияла ике автомобилдең дә водителдәре һәм “Лада Ларгус”тағы Йылайыр районынан 70 йәшлек пассажир “Ашығыс ярҙам” килгәнсе үк йән биргән. Шулай уҡ “Лада Ларгус”тағы өс пассажир дауаханаға оҙатылған, әммә уларҙың береһе – Хәйбулла районынан 62 йәшлек ҡатын да үлгән. Табиптар ҡалған ике пассажирҙың ғүмере өсөн көрәшә.

Әле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-07-19/l-k-bul-andar-any-d-rt-g-etk-n-2878513?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас