

Йырсы Радик Юлъяҡшин Үзбәкстандағы сәфәре барышында сирләп китеүе хаҡында һөйләне.
Үзбәкстанға сәйәхәт барышында (унда ул һабантуйҙа йырлаған һәм әсәһе менән ял иткән) Радиктың ауырып китеүе асыҡланды. Артист үҙе аңлатыуынса, республикала эҫе көндәр торған һәм бөтә бинаға, машиналарға кондиционерҙар ҡуйылған. Һөҙөмтәлә Радикты ел һуға, унда гайморит башлана. Бәхеткә күрә, тиҙҙән артистың хәле еңеләйә. Үзбәкстандан ҡайтҡас, ул ҡатынының тыуған яғына Ижевскиҙаға юлланған. Әле Радик Өфөгә ҡайтҡан.
- Барыһы ла яҡшы, тик йоҡо туйҙырырға ғына ҡалды! - тип яҙҙы Радик.
Йырсы шулай уҡ тиҙҙән Ҡазанға юлланасағын һәм унда йырҙар яҙҙырасағы хаҡында белдерҙе.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-28/radik-yul-ya-shin-e-e-ild-sir-el-kterg-n-2856670