Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 16:44

Ҡоҙоҡтан үле ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар...

Балтас районының Үрге Иванай ауылында үтә аяныслы хәл булған.

Ҡоҙоҡтан үле ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар...
Ҡоҙоҡтан үле ҡатындың кәүҙәһен сығарғандар...

Балтас районының Үрге Иванай ауылында 55 йәшлек ҡатын асыҡ торған ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән, тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

Фажиғә урынына райондың янғын-ҡотҡарыу часы көстәре һәм ашығыс хеҙмәттәр килгән. Ҡотҡарыусылар ҡатынды ҡоҙоҡтан сығарып, табиптар ҡулына тапшырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡ халатлылар уның ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәгән.

Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
 
Автор:
Читайте нас: