Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 11:25

Кисәге студенттарға эш табыуы еңел түгел, шуға ла...

Республика парламенты депутаты фекеренсә, дипломлы йәш белгестәрҙе эшкә бүлеү системаһын тергеҙеү мөһим. СССР осоронда ул һөҙөмтәле эшләй торғайны.

Кисәге студенттарға эш табыуы еңел түгел, шуға ла...
Кисәге студенттарға эш табыуы еңел түгел, шуға ла...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, ЛДПР фракцияһы етәксеһе Вячеслав Рябов СССР-ҙа ғәмәлдә булған юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы махсус бүлеү (распределение) буйынса эшкә ебәреү системаһын һәм эш ваҡытын билдәләргә тәҡдим итте.

– Республикала педагогик һәм медицина кадрҙары, IT-белгестәр етмәй. Шул уҡ ваҡытта йәш кеше үҙенә яраҡлы эш таба алмай йөрөй. Күп ойошмаға өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә эйә белгестәр талап ителә. Шуға бәйле, мәғариф тураһындағы законды яңынан ҡарарға һәм, СССР-ҙағы кеүек, эшкә бүлеү системаһын кире ҡайтарырға кәрәк. Айырыуса был бюджетта уҡыусы студенттарға ҡағыла, – тигән депутат.

Шулай уҡ, Рябов фекеренсә, йәйге каникулдар осоронда төрлө эшкә йәштәрҙе әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк. Сөнки йәштәрҙең буш ваҡыты күбәйә, уларҙың энергияһын дөрөҫ йүнәлешкә бороу мөһим, тип яҙа БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: