Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 16:41

Хәүефле сир

Учалы районының ветеринария хеҙ­мә­те ошо райондың Ҡу­наҡ­бай ауылында һа­рыҡтарҙа хә­үефле йоғошло сир – бруцеллез сы­ғанағын асыҡланы. Шәхси яр­ҙамсыл ху­жалыҡта һарыҡтар ауы­рыған, ә уларҙы бүтән тө­бәктән документһыҙ, рөхсәтһеҙ һәм мәжбүри карантин үткәрмәй алып ҡайтҡан булғандар.

Асыҡланыуынса, шәхси яр­ҙамсыл ху­жалыҡ етәксеһе Б. Юл­дашев малдарҙы алып ҡайт­ҡас, урындағы ветеринария хеҙ­мәтенә иҫәпкә ҡуймаған, тер­кәт­мә­гән. Даими үткәрелеүсе яҙғы лаборатор тикшереүҙәр ва­ҡытында сир осраҡлы рәүештә асыҡланған.
БР прокуратураһы менән ки­лешеү буйынса, республика буйынса Россельхоз­надзор ида­ра­лығы Юлдашевтың шәхси хужалығын тикшерә. Уның буйын­са надзор ведом­с­твоһы административ хоҡуҡ бо­ҙоуҙар тураһында протокол тө­ҙөй. Тәртип боҙоусыға аҡ­салата штраф янай.
Юлдашевтың хужалығында ике ай­лыҡтан өлкәнерәк бөтәһе 253 баш һарыҡ малы аҫрала, шуларҙың 58-ендә сир табылған. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ ка­ран­тинға ҡуйылған, сирле малдар һу­йы­лып, артабан сәнәғәт эшкәртеүенә ебәр­­елгән. Ҡал­ған мал анализдары сир­гә ҡа­рата ике кире һөҙөмтә күр­һәт­кән­сегә тиклем, айына ике тапҡыр тикшереп торола­саҡ.
Әле шәхси ярҙамсыл хужалыҡ билә­мә­һендә малдарҙы дауалау, биләмәгә сит кеше инеүе, мал­ды индереү һәм сығарыу (һуйыуға алып китеү осраҡ­та­ры­нан баш­ҡа), көтөү, малдарҙы урындарынан кү­сереү, үҙ төр­кө­мөнән айырып баш­­ҡаһына ҡушыу, мал аҙығы әҙерләү һәм сығарыу, транспорт сарала­ры­ның инеүе һәм сығыуы ты­йылған.
Бруцеллез – малдарҙа хроник рә­үештә үтеүсе йоғошло, зооноз сир. Уға инә малдың яралғыһы төшөүе, үрсеме үле тыуыуы, ата малда орхит, эпидидимит кеүек енес ағзалары ауы­рыуҙары, артрит, бурсит баш­ланыуы хас. Хайуанда сир­ҙең клиник билдәләре улар то­ҡом бирер йәшкә еткәс беленә. Сирле мал­дың алғы аяҡ быуындары шешә, ул насар ашай, һөтө кәмей, елене шешә. Симптомһыҙ үтеүе лә ихтимал.
Бруцеллез менән кеше лә ауы­рый. Ке­шегә ул малды тәрбиәләгәндә, улар­­ҙың продукцияһын ҡулланғанда йо­ғоуы мөм­кин. Был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн профилактик саралар менән һаҡ­ла­нып була. Йыл һайын профилактик һәм ди­аг­нос­тик саралар үткәрергә кәрәк. Мал­ды һәм ҡоштарҙы һатып алғанда ветеринарҙар бир­гән документтарын талап итергә. Шәхси хужалыҡ хужаларына түбәндәге сараларҙы үтәр­гә тәҡдим итәбеҙ: малды иден­тификацияларға, тирә-яҡ­ты малдар­ҙың ҡалдыҡтары ме­нән бысратмаҫҡа, ветеринария хеҙмәттәренә профилактик һәм эпизоотик сараларҙы үт­кәрттерергә, малдарҙы, ҡош­тарҙы, улар­ҙың продукттарын бил­дәләнмәгән урындарҙан, ветеринар хеҙмәт­тәр менән килешмәйенсә һатып алмаҫҡа. Бынан тыш, шәхси гигиенаны үтәргә, малды тәр­биәләгәндә махсус өҫ һәм аяҡ кейемдәрендә булырға һәм уларҙы даими йыуып торорға.
Ошоларҙан сығып: район би­ләмәһенә ветеринария стан­цияһы менән килеш­мә­йенсә, ветеринар-оҙатыу доку­мент­тар­һыҙ һәм карантин сараларын үтәмәйенсә ситтән мал алып ҡайтыу ҡәтғи тыйыла!
Әгәр ҙә был сиргә шик тыу­һа, мал тотоусы 8(34765)2-13-65 телефоны буйынса райондың ве­теринар хеҙмәтенә шундуҡ шылтыратырға тейеш.
Ғәлинур Ҡунаҡаев,
район ветеринария станцияһы
начальнигы.

Автор:
Читайте нас: