Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Июнь 2022, 14:50

2024 йылға Өфө колледждарында 2000 бюджет урыны булдырыла

2024 йылға «Профессионалитет» федераль программаһы буйынса Өфө колледждарына 2000-гә яҡын өҫтәмә бюджет урыны бүленә.

2024 йылға Өфө колледждарында 2000 бюджет урыны булдырыла
2024 йылға Өфө колледждарында 2000 бюджет урыны булдырыла

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек етәксеһе Галина Давыдова Республикаға идара итеү үҙәгенең «Сәләм» тапшырыуындағы тура эфирында хәбәр итте.

«Туғыҙынсы класс уҡыусылары аттестаттар конкурсы нигеҙендә имтиханһыҙ (квота менән) уҡырға инергә мөмкин. Уртаса балы юғары булған абитуриенттарға өҫтөнлөк бирелә. Документтар 15 авгусҡаса ҡабул ителә. Бюджет урындары булһа, уның 25 ноябргә тиклем дауам итеүе мөмкин», — тине ул.

Галина Давыдова һүҙҙәренсә, 2022 йылда проект сиктәрендә 600 бюджет урыны билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-24/k-2024-godu-kolledzhi-ufy-poluchat-2000-byudzhetnyh-mest-2852597

Автор:
Читайте нас: