Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Июнь 2022, 14:24

“Беҙ – Рәсәй граждандары!”

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлектә мөһим ваҡиға булды – 14 йәштәре тулған үҫмерҙәр тәүге паспорттар алды.

“Беҙ – Рәсәй граждандары!”
“Беҙ – Рәсәй граждандары!”

“Беҙ – Рәсәй граждандары!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ойошторолған сарала эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин, полиция капитаны Н.Грачева, өлкән лейтенант Л.Сиражетдинова һәм район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ҡатнашты.
Йәш ҡырмыҫҡалылар шәхесте билдәләүсе төп документты Гүзәл Шинова ҡулынан биш райондашыбыҙ алды. Акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенең начальник урынбаҫары Динар Гиҙәр улы балаларға бейеклектәргә үрләп, туҡтап ҡалмауҙарын, уңыштар теләне, ә яҡындарына яуаплы һәм маҡсаттарына ирешеүсән граждандарҙы тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Илһам ЗАРИПОВ.

Автор:
Читайте нас: