Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2022, 17:48

Йәйге ялға Луганск балалары килде

Улар ҡайһы райондарҙағы лагерҙарҙа ял итәсәк?  

Йәйге ялға Луганск балалары килде
Йәйге ялға Луганск балалары килде

Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһынан 199 уҡыусы йәйге ялға килде. Уларҙы “Өфө” тимер юл станцияһында ирекмәндәр һәм аниматорҙар ҡаршы алды.

Тәүге тәьҫораттары менән Красный Луч ҡалаһынан София һәм Богдан уртаҡлашты. ”Беҙ Башҡортостандағы тауҙарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын күргебеҙ, башҡа балалар менән танышҡыбыҙ килә. Сәфәр оҙайлы булды, юлда бер аҙ арыттырҙы, әммә алдағы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар күңелгә рәхәтлек бирә”, – тине улар.

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов әйтеүенсә, балаларға күңелһеҙләнергә форсат булмаясаҡ, ял программаһы бай, йөкмәткеле. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, балаларҙы сәләмләп, уларҙы республика ерендә күреүҙәренә шат булыуҙарын белдерҙе.

“Беҙ ял иҫтә ҡалырлыҡ булһын, Башҡортостан, уның тәбиғәте яҡшы тәьҫораттар бүләк итһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ул бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа һеҙҙең тормошоғоҙҙа яҡты бит булыр тип ышанабыҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ менән бәйләнештәбеҙ. Һеҙгә яҡшы кәйеф һәм күңелле ял теләйбеҙ”, – тине Максим Забелин.

Красный Луч ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡытыусыһы Анна Грибоедова Башҡортостан етәкселегенә һәм республика халҡына балаларҙың ялын ойоштороуҙары өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.

“Беҙ балаларҙы республикалағы иң яҡшы лагерҙарҙың береһенә – Күмертауҙағы “Зеленые дубки” лагерына урынлаштырабыҙ. Улар өсөн әүҙем ял, күңел асыу программаһы, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияларҙа буласаҡтар”, – тип һөйләне мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Уҡыусылар республикала 21 көн ял итәсәк. Йәйге осорҙа Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн һигеҙ заезд ойоштороласаҡ, бөтәһе бер меңдән ашыу баланың ялын ойоштороу планлаштырыла. “Йыл аҙағына тиклем Луганскиҙан 300-гә яҡын кеше республика шифаханаларында дауалана аласаҡ”, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Ҡунаҡтарҙы, “Зеленые дубки” лагерынан тыш, Ҡалтасы районындағы “Салют”, Мәләүездәге “Дружба” спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм Илеш районындағы “Орленок” лагеры көтә.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-06-07/y-yge-yal-a-lugansk-balalary-kilde-2833993 

Автор:
Читайте нас: