Даирә
+2 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
27 Мая 2022, 11:39

Республиканың яңы һаулыҡ һаҡлау министры билдәле булды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элекке һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһында эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың яңы һаулыҡ һаҡлау министры билдәле булдыРеспубликаның яңы һаулыҡ һаҡлау министры билдәле булды
Республиканың яңы һаулыҡ һаҡлау министры билдәле булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры итеп 18-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Айрат Рәхмәтуллин тәғәйенләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элекке һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһында эшләй.

Айрат Рәхмәтуллин — табип-невролог, медицина фәндәре кандидаты. Өфө дауаханаһына, унан алдараҡ Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһына етәкселек итте.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: тарҡау склероз, балалар неврологияһы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу.

12 фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, Европа Неврология академияһы ағзаһы.

18-се дауахананың баш табибы кем булыры әлегә билдәһеҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-26/ministrom-zdravoohraneniya-bashkirii-stal-35-letniy-glavvrach-gkb-18-ayrat-rahmatullin-2819091

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас