Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
26 Май 2022, 14:35

Сәсен буятҡан! Килешәме?

Йырсы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һары сәсле фотоһын ҡуйып, күптәрҙе аптырауға ҡалдырған.

Сәсен буятҡан! Килешәме?
Сәсен буятҡан! Килешәме?
Гөлназ Асаеваның "Йә, нисек?" тигән һорауына бик күптәр: "Бөтөнләй килешмәй!", "Ҡара төҫ йәшерәк күрһәтә ине", "Элекке сәсегеҙ нығыраҡ килешә ине", "Үҙеңә бөтөнләй ҙә оҡшамағанһың", "Хәҙер ҡашығыҙҙың да төҫөн дә үҙгәртергә тура килә инде" тигәнерәк яуаптар яуҙырғандар ғына. Ҡайһы берәүҙәр, хатта, Радик Юлъяҡшиндың кәләшенә оҡшап киткәнһегеҙ тип тә яҙырға тартынмаған.

Шулай уҡ был төҫтөң Гөлназға бик килешеүен белдерүселәр ҙә бар. 

Бик оҙаҡ ҡына шулайтып аптыратҡас, йырсы, ниһәйәт, дөрөҫлөктө асып һалған. "Барыһы ла тәртиптә. Был шаяртыу ине бит, фотошоп ҡына", - тип аңлатҡан ул. 

 

«

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: