Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Май 2022, 12:15

Башҡортостанда һуттар етештереү заводы асыла

Бынан тыш, Башҡортостан мамыҡ эшкәртеү буйынса берлектәге производство булдырыу мөмкинлеген дә ҡарай.

Башҡортостанда һуттар етештереү заводы асыла
Башҡортостанда һуттар етештереү заводы асыла

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге брифингы барышында республиканың Үзбәкстан менән ауыл хужалығы өлкәһендә бер нисә берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу пландары хаҡында һөйләне.

«Теплица хужалығы, баҡсалар, туңдырыу, сублимация — быларҙың барыһы ла беҙгә билдәле бер аҙымдар яһарға мөмкинлек биргән яңылыҡ ул. Башҡортостанда һуттар етештереү заводын асыу тураһында һөйләшеп килешелгән. Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙ осрашыуҙа шундай ниәт менән сығыш яһаны», — тип билдәләне Рөстәм Моратов.

Үзбәкстан да картуфты үҫтереү һәм тәрән эшкәртеү буйынса хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһына, сөнки ерҙең үҙенсәлектәре уларға быны эшләргә мөмкинлек бирмәй, тип өҫтәне ул.

«Үзбәкстандың чипсы етештереү менән шөғөлләнгән компанияһы менән дә һөйләшеп килешелгән. Шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрөн етештереү, эшкәртеү һәм үҫтереү пландары бар», — тине Рөстәм Моратов.

Бынан тыш, Башҡортостан мамыҡ эшкәртеү буйынса берлектәге производство булдырыу мөмкинлеген дә ҡарай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-25/v-bashkirii-otkroyut-zavod-po-proizvodstvu-sokov-2816871

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: