Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
19 Мая 2022, 11:29

Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?
Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башҡортостанда ямғыр, йәшен һәм көслө ел фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе хаҡында иҫкәртә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ йәшен. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә, көндөҙ урыны менән секундына 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +2,+7, көндөҙ +10,+15 градус.

Өфөлә 20 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә. Төндә +4,+6, көндөҙ +13,+15 градус була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-19/v-bashkirii-prognoziruyutsya-dozhdi-grozy-i-silny-veter-2810367

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас