Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Мая 2022, 04:46

Спиртлы эсемлектәр һатылмай

Был көндәрҙә Башҡортостанда хәмер һатыу сикләнә, тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Спиртлы эсемлектәр һатылмайСпиртлы эсемлектәр һатылмай
Спиртлы эсемлектәр һатылмай

18 һәм 25 майҙа Башҡортостанда хәмер һатыу сикләнә, тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә.

«Туғыҙынсы һәм ун беренсе класс уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау яңғыраған көндәрҙә, 18 һәм 25 майҙа, республикала иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу тыйыла», — тип билдәләнеләр муниципалитетта.

Тыйыу алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу менән шөғөлләнгән предприятиеларға һәм эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡағыла. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай.

Талапты боҙған өсөн вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә 100-300 мең һум штраф ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, белем көнөндә һәм һабантуй ойошторолған көндәрҙә лә республикала хәмер һатыу тыйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-17/v-magazinah-bashkirii-18-i-25-maya-alkogol-prodavatsya-ne-budet-2807208

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас