Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Мая 2022, 06:50

Хаҡтар арта

Был турала ТАСС хәбәр итте илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ереськоға һылтанма менән

Хаҡтар артаХаҡтар арта
Хаҡтар арта

Рәсәйҙә 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ уртаса 4% арта, тип хәбәр итте ТАСС илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Алексей Ереськоға һылтанма менән.

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар йылына бер тапҡыр — 1 июлдән үҙгәрә. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләме билдәләнгән индекстарҙан артмаҫҡа тейеш. Быйыл илдә индекс уртаса 4% үҙгәрә», — тине ул.

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ минисрлығында белдереүҙәренсә, 2022 йылда коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән өсөн пеня өҫтәү шарттары үҙгәрҙе. Ил хөкүмәте Үҙәк банктың штраф санкциялары күләмен иҫәпләү өсөн ҡулланылған ставканы 9,5% кимәлендә теркәне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-18/v-rossii-vyrastut-tseny-za-uslugi-zhkh-2807940

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас