Даирә
+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Алты айлыҡ балаһын ташлап киткән

Был хәл 13 май төнөнә ҡарата теркәлде, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы.

Алты айлыҡ балаһын ташлап киткән
Алты айлыҡ балаһын ташлап киткән

Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатын 8-се бала табыу йортона ярты йәшлек сабыйын ташлап киткән. Был хәл 13 май төнөнә ҡарата теркәлде, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы.

Ташлап ҡалдырылған ҡыҙыҡайҙы бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала һәм полиция саҡырта. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре сабыйҙың әсәһен тиҙ арала эҙләп таба.

Ҡатын әңгәмәләшкәндә үҙенең тағы ике балаһы барлығын, ә өсөнсөһөн ҡарарға мөмкинлеге булмауын аңлата. Уға ҡарата ата-әсәлек бурыстарын үтәмәгәне өсөн административ протокол төҙөлә. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса подразделение хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаны тикшереүҙе башлаған.  Әлегә сабый Сабыйҙар йортона урынлаштырылған.

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-05-13/sabyyynan-an-at-otolma-sy-bul-an-2802931?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Фото:novos.mk.ru

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас в