Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
6 Мая 2022, 10:44

Радий Хәбиров "Үлемһеҙ полк" колоннаһында кемдең портретын тотоп барасаҡ?

Ул был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

Радий Хәбиров "Үлемһеҙ полк" колоннаһында кемдең портретын тотоп барасаҡ?Радий Хәбиров "Үлемһеҙ полк" колоннаһында кемдең портретын тотоп барасаҡ?
Радий Хәбиров "Үлемһеҙ полк" колоннаһында кемдең портретын тотоп барасаҡ?

Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Үлемһеҙ полк» коллонаһында ҡатнашасағы, унда олатаһы, рядовой Барый Латип улы Хәбировтың портретын тотоп сығырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итә.

«Олатайым һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем ҡатнашҡан. Ҡаты яраланып, ул һуғышты Монголияла тамамлаған. Мин уның батырлығы һәм фашизмды еңгән бар халыҡтың ҡаһарманлығы алдында баш эйәм. Рәсәйҙә үҙенең геройы булмаған ғаилә юҡ. "Үлемһеҙ полк" - ул атай-олатайҙарыбыҙға Еңеү өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү, берҙәм булыуыбыҙҙы күрһәтеү. Бөгөн илебеҙ, хәрбиҙәребеҙ йәнә нацистар менән көрәшкән ваҡытта был бик мөһим», – тип яҙа Радий Хәбиров.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас