Даирә
+3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
5 Мая 2022, 06:11

Был һеҙҙең өсөн, баҡсасылар!

Баҡсанан ҙур уңыш алырға теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ:

Добавить в предпочтительные источники Google
Был һеҙҙең өсөн, баҡсасылар!Был һеҙҙең өсөн, баҡсасылар!
Был һеҙҙең өсөн, баҡсасылар!

Баҡсанан ҙур уңыш алырға теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ:
- барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);
- 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Һәм, әлбиттә, ер бил бөккәнде ярата! Баҡсағыҙ ишелеп уңһын, йыл әйләнәһенә туйындырып торһон!
Йөрәк сере төркөмөнән алынды.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас