Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 11:03

Ҡырмыҫҡалылар баш ҡалала

Бөгөн Өфө ҡалаһындағы Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһында Ҡырмыҫҡалы балалар сәнғәт мәктәбенең “Инеш” (“Исток”) үҙешмәкәр рәссамдар халыҡ клубы ағзаларының картиналар күргәҙмәһен тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Ҡырмыҫҡалылар баш ҡалалаҠырмыҫҡалылар баш ҡалала
Ҡырмыҫҡалылар баш ҡалала

Бөгөн Өфө ҡалаһындағы Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһында Ҡырмыҫҡалы балалар сәнғәт мәктәбенең “Инеш” (“Исток”) үҙешмәкәр рәссамдар халыҡ клубы ағзаларының картиналар күргәҙмәһен тантаналы асыу сараһы уҙҙы.

Сарала Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Гөлназ Мирхәйҙәрова, “Урал” галереяһының бүлек мөдире Кәримә Кайдалова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева,  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева, балалар сәнғәт мәктәбе директоры Хәниф Батталов ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙешмәкәр рәссамдарҙың эшенә ҙур баһа бирҙе, шундай үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторғандары өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе.

Танатанлы сара ҡурай моңдары, йырҙар менән үрелеп барҙы. Күргәҙмә майҙың 15-тәренә тиклем эшләй. Килегеҙ, күрегеҙ, яҡындарығыҙҙы саҡырығыҙ!

Тулыраҡ мәғлүмәт "Даирә"нең киләһе һанында.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас