

Сараға инеү ирекле. Көйәрмәндәр араһында приздар уйнатыласаҡ.
Әхәт Мортазинды Башҡортостандың “алтын тауышы” тип йөрөттөләр. Уның тауышын яңылыҡтарҙа, көнүҙәк репортаждарҙа ишетә инек. Ул төрлө Хөкүмәт кимәлендәге, мәҙәни сараларҙы бик матур алып бара торғайны. Әхәт Мортазин бихисап анимация һәм художество әҫәрҙәрен дә яҙып ҡалдырған, уларҙа төшкән. Легендар диктор тағы республикабыҙ радиоһы волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере иртә өҙөлдө: 2018 йылдың 3 мартында 59 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.
Иртәгә буласаҡ спорт сараһын Башҡортостандың Журналистар союзы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора.
Фото: “Башинформ”.