Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 03:30

"Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе билдәле булды!

Кисә Башҡорт дәүләт опера театрында "Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең финалы  үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе билдәле булды!"Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе билдәле булды!
"Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең еңеүсеһе билдәле булды!

Кисә Башҡорт дәүләт опера театрында "Йөрәк һүҙе. Рәми" шиғриәт бәйгеһенең финалы  үтте. Быйыл ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды. Финалда барлығы 12 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар видеояҙмалар аша һайлап алынды. 

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Хөкүмәт премьер-министры Азат Бадранов сәләмләне һәм был проекттың әһәмиәтле булыуын һәм Республика Башлығы хуплауын билдәләп үтте. Ул был проект өҫтөндә ал-ял белмәй эшләүсе автор һәм етәксе Наилә Сәфәрғоловаға, жюри рәйесе Олег Хановҡа, алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев менән Александр Кузьменкоға, режиссер Сулпан Асҡароваға, оператор Илгиз Насиповҡа БР Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. 

Мәртәбәле бәйгелә Рәми Ғариповтың 1964 йылда яҙылған, әммә 1987 йылда ғына донъя күргән "1937" тигән поэмаһын һөйләп, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия театры артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр Дәүләт премияһы лауреаты  Артур Кәрибов еңеү яуланы һәм 500 мең һумлыҡ төп призға лайыҡ булды.

"Йыл авторы" призы Р.Ғариповтың улы Азаматҡа һәм ҡыҙы Гөлнараға тапшырылды. 200 мең һумлыҡ призға һәм 2-се урынға Зөбәржәт Утарбаева, 100 һумлыҡ призға һәм 3-сө урынға Нияз Замалетдинов эйә булды. Тамашасылар һөйөүе призын Урал Таһиров алды. 

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас