+17 °С
Облачно


Бында һеҙгә гәрсис (горчица) порошогы ярҙамға килер. Уны һауыт-һаба йыуған һыуға бер аш ҡалағы тирәһе һалалар. Ул, хатта, һалҡын һыуҙа ла майҙы бөтөрә. Экологик яҡтан саф һәм тулыһынса тәбиғи булған был порошоктың организмға зыяны юҡ. Ныҡ майлы, таплы кейем-һалымды ла ҡул менән йәки кер йыуыу машинаһында йыуғанда ҡулланырға була.
Шулай уҡ һауыт-һабаны йыуыр өсөн аш содаһы, аш һеркәһе, кер йәки балалар һабыны, лимон һуты йәки лимон кислотаһы ла яҡшы. Уларҙы айырым-айырым да, ҡатнашмаһын эшләп тә тотонорға мөмкин.