

Мөхәббәт, һомғол буй-һын, матур төҫ-баш, ныҡлы сәләмәтлек, зирәк аҡыл да артыҡ түгел.
Әммә быларҙың ҡәҙерен белеү кәрәк. Сөнки мул тормошта йәшәп тә иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерелгән кеше башҡаларға ихтирамһыҙ булыуы ла мөмкин. Тәүфиҡлы булыу – кешегә иң кәрәкле сифат. Һәр кеше - үҙе бер донъя. Тәүфиҡлы кешенең йөҙөнән нур балҡып тора.
Дуҫтарым! Кешеләрҙең зарына ҡолаҡ һалығыҙ. Тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булығыҙ. Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороғоҙ! Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр. Башҡаларға булыша алғанығыҙға һөйөнөп йәшәгеҙ. Матур, яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ. Мәҫәлән, алтыным, бер генәм, һөйөклөм, яҡлаусым, матурым, ҡәҙерлем...
Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы. Тыныс йоҡо, хәйерле иртә, ашығыҙ тәмле булһын – был һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтеп шатландырығыҙ. Матур һүҙҙәр ишетеп, ололар һеҙгә йылмайырҙар, уларға ла күңелле булып китер.
Мәрүәр Ишморатова.
Яңы Бишауыл ауылы.
Фото: www.pinterest.ru