Даирә
+26 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 05:40

Алайғырҙар зыяратты төҙөкләндереүҙе һайланы

Алайғыр ауылы халҡы “Урындағы баш­ланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡат­нашып, ауыл зыяратын кәртәләргә ҡарар итте.

Алайғырҙар зыяратты төҙөкләндереүҙе һайланыАлайғырҙар зыяратты төҙөкләндереүҙе һайланы
Алайғырҙар зыяратты төҙөкләндереүҙе һайланы

Унда ҡатнашыу өсөн активистарҙан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар ауыл биләмәһе хакимиәтенә документтар әҙерләй башлағандан алып, конкурс тамамланғанға тиклем ярҙам итәсәк.
Ефремкин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Наталья Иванова һүҙҙәре буйынса, зыяратты төҙөк­лән­дереү бик көнүҙәк һәм кәрәкле проект. Әлбиттә, был эште атҡа­рып сығыу өсөн ауыл биләмәһе хаки­миәтенән ярҙам буласаҡ, тип билдәләне.
Йыйылыш сиктәрендә Наталья Алек­с­андровна граждандарҙың мөһим һо­рау­ҙарына яуап бирҙе һәм киләсәккә план­дар билдәләне.
Еңгән осраҡта республика бюджеты миллион һумлыҡ грант бүләсәк. Ниәт­ләгәнебеҙҙе башҡарып сығыу өсөн ауыл халҡынан республика субсидияһының 10 процентын йыйырға тура киләсәк.
Ринат Шайбәков.

Автор:
Читайте нас