Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
11 Февраля 2022, 12:16

Инвалид үҙ йортонда туңып үлгән

Ул социаль яҡлау органдарынан күмер көтөп ала алмаған һәм һыуыҡтан вафат булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвалид үҙ йортонда туңып үлгәнИнвалид үҙ йортонда туңып үлгән
Инвалид үҙ йортонда туңып үлгән

Кемерово өлкәһендә йәшәүсе ир инсульт кисерә һәм инвалид ҡала. Мөмкинлеге сикләнгән иргә һигеҙ мең  һум пенсия түләгәндәр. Был сумма хатта күмер менән тәьмин итергә лә мөмкинлек бирмәгән. Күршеләре уға мөмкинселектәренән сығып ярҙам иткән: икмәк һәм аштар килтергән.

Бер мәл ир үҙенең йортонда бармаҡтарын туңдыра.  Ошо осраҡтан һуң күршеһе уның хаҡында йәмәғәтселеккә һөйләгән, һөҙөмтәлә инвалидҡа ваҡытлыса йәшәргә йылы торлаҡ бирәләр.

Әммә бер аҙҙан урындағы социаль хеҙмәт иргә яңынан үҙ йортона ҡайтырға ҡуша һәм күмер һатып алырға вәғәҙә бирә. Ҡыҙғанысҡа күрә, чиновниктар һүҙендә тормай - оноталар. Һөҙөмтәлә инвалид сатлама һыуыҡтарҙан һәләк була.

Фото: Т. Аманов

Автор:
Читайте нас