Даирә
+2 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Октября , 06:46

Яҡташтарыбыҙ ил һағында

Константиновка ауылында тыуып үҫкән “Кисель” позывнойлы яугир уҙған йылдың сентябрендә контракт төҙөй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташтарыбыҙ ил һағындаЯҡташтарыбыҙ ил һағында
Яҡташтарыбыҙ ил һағында

Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Өйҙә уны ата-әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе көтөп алған. Ул ғаиләлә иң өлкәне.
Контрактҡа тиклем эшләгән, ата-әсәһенә ярҙам иткән. Контракт төҙөү буйынса етди ҡарарҙы яҡындары менән кәңәшләшмәйенсә үҙ аллы ҡабул итә.
- Ҡарарҙы аңлы рәүештә ҡабул иттем,- ти яугир.- Унда минең дуҫтарым, туғандарым. Мин дә ситтә тороп ҡала алманым. Тыуған ил берәү генә, беҙ уны һаҡларға тейеш.
Яҡындары уның өсөн борсолалар һәм яугирҙән һәр хәбәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Яугир улар өсөн ғорурлыҡ.
- Көн дә шылтыратыу көтәбеҙ. Ауыр, әлбиттә. Уның олоғайғанын, тыныс булыуын күреп, ысын ир-егет үҫтергәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Ул үҙе шундай ҡарар ҡабул итте, беҙ уның ҡарарына ҡаршы булманыҡ, ярҙам итеп кенә торабыҙ. Иң мөһиме иҫән-имен ҡайтһын.
Тыуған ил һағында ул яңғыҙы түгел. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулына ҡорал тотоп уның яҡындары, дуҫтары тыныслыҡ өсөн көрәш алып бара.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугир яу яланына юлланасаҡ, ә туғандары шылтыратыуҙар, ҡыҫҡа хәбәрҙәр, яңы осрашыуҙар көтөп ҡаласаҡ.
Тыуған ил һағында бындай ир-егеттәр торғанда, илебеҙ киләсәге бар.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Мария ИВАНОВА.

Автор:
Читайте нас