Даирә
+4 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Октября , 07:17

Геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ

Ир-егеттәр махсус хәрби операция башланғандан алып, ил сиген уяу һаҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙГеройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ
Геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ

Ҡулына ҡорал тотоп ил сиген яҡлаған ир-егеттәр хаҡында йыш яҙабыҙ. Улар махсус хәрби операция башланғандан алып, ил сиген уяу һаҡлай. Утлы юлдар аша үткән яугирҙәр көслө рухлы булыуҙары менән өлгө булып торалар. Батыр яугирҙәребеҙ бөтә нимәгә лә өйрәнеп-күнегеп, яу ҡырында һынатмайҙар.
Илтирәк ауылынан “Радулов” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән алып хеҙмәт итә.
- Саҡырыу ҡағыҙы килгәс, беҙ хәлдең етдилеген тулыһынса аңламаныҡ, әммә улыбыҙҙың күҙендә башҡаса мөмкин түгеллегенә ышаныс ҡына уҡырға мөмкин ине. Ул ҡыйыу йөрәкле ил һаҡсыһы. Беҙ уны һәр ваҡыт ашҡынып көтөп алабыҙ. Илдә тыныслыҡ урынлашһын, улдарыбыҙ еңеү менән имен-һау ҡайтыр, тип ышанабыҙ, - ти яугирҙең әсәһе.
Яҡташыбыҙ Илтирәк ауы­­лын­да тыуып үҫә. Мәле еткәс, 2011 йылда әрме сафына алына. Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә намыҫлы хеҙ­мәт итеп ҡайта. Махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәткә алынғансы Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында иретеп йәбештереүсе булып эш­ләй. Һуңынан тыуған ра­йо­нына ҡайтып, “Уңыш” йәм­ғиәтенә тракторсы булып эшкә урынлаша. Коллек­тивта эшкә яуаплы ҡарашы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн тырыш хеҙмәткәр булып таныл­ған.
2022 йылдың сентябрендә саҡырыу ҡағыҙы алғас та, ул бер икеләнеүһеҙ йыйынып, саф­ҡа баҫа. Яугир, үҙ иленең патриоты булараҡ, ысын ир-ат Ватанды яҡларға һәм һаҡларға тейеш тип иҫәпләй. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәс, хәрби әҙерлекте тәүҙә Ҡазан ҡалаһында, һуңынан Ростов ҡалаһында үтә. Әҙерлек үткәс, Украинаға яу яланына ебәрәләр. Яугир 428-се мотоуҡсылар полкының 1-се батальонына эләгә. Бөгөнгө көндә 589-сы полкта сержант дәрәжәһендә бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Әйткәндәй, хәрби операция биләмәһенә кил­­гәс, хеҙмәттәштәре яҡта­шы­быҙ йөҙө, кәүҙәһе менән данлыҡ­лы Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе Александр Ра­дуловҡа оҡшаған булыуын күреп, уға “Радулов” тип позывной ҡушалар.
“Радулов” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә күр­һәткән батырлығы һәм ҡа­һар­манлығы өсөн “II дәрәжә хәрби батырлыҡ өсөн”, “Дон­бассты азат иткән өсөн”, “Махсус хәрби опера­ция­ла ҡатнашыусы” һәм “428-се мотоуҡсылар полкы” миҙалдары менән бүләкләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугир аяуһыҙ алыштарҙың береһендә ҡаты яралана. Батыр яҡташыбыҙ әле яраларын дауалай, етди операцияға әҙерләнә. Яугиргә сәләмәтлек теләйек!
Бөгөнгө һынылышлы дә­үер­­ҙә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ. Именлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тиҙерәк еңеү менән имен-һау ҡай­тыуҙ­арын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡа­ғы­­лышл­ы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас