

Уның исеме яугир тип тәржемә ителә. Мәктәп линейкалары, спорт рингтары һәм һуғыш ҡырҙары – Асҡар Гәрәев күп нәмәләр аша үтә. Әммә иң мөһиме, был егетте үҙ-үҙенә бирешмәү һәм уның ғүмерен ҡотҡарғандарға рәхмәт тойғоһо айырып тора.
Кадетлыҡҡа юл
Асҡар Прибельский ауылында тыуа. Әсәһе Роза апай улына исемде осраҡлы һайламаған: ғәрәпсәнән ул “көслө яугир”, “һалдат” тигәнде аңлата. Малайҙың холҡо бик иртә күренә башлай: балалар баҡсаһында ул тәрбиәселәргә ярҙам итә, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Биш йәшенән көрәш, һуңынан ҡул һуғышы менән шөғөлләнә. Был спорт оҙаҡ йылдар уның юлдашы була. 2018 йылда ул Советтар Союзы Геройы Хәсән Заманов исемендәге Аҡтаныш кадет мәктәбенә уҡырға инә. Был етди аҙым була, ләкин ул уны лайыҡлы үтеп сыға.
- Асҡар мәктәптең йыйылма командаһы составында Ҡазанда республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында һәр ваҡыт призлы урындар яулап ҡайтты. “Зарница”ла, Илдар Маннанов иҫтәлегенә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашты, һәм уның командаһы республикала һәр ваҡыт иң яҡшылар араһында булды. Кадет мәктәбендә уҡығанда мәктәптә дисциплина өсөн яуаплы ине, парадтарҙа һәр ваҡыт байраҡ йөрөттө. Уҡыу йылдарында ҡул көрәше буйынса Башҡортостан һәм Татарстан чемпионы исеменә лайыҡ булды, күп һанлы грамоталар һәм кубоктар алды. Уҡытыусылар уны әле лә башҡа малайҙар кеүек шаян, ләкин ышаныслы һәм яуаплы, тип йылылыҡ менән иҫкә алалар, - ти тәрбиәсе Нәғим Ҡасим улы.
2023 йылда кадет мәктәбен тамамлап, Асҡар Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжына уҡырға инә. Уҡыу йортонда һәм дөйөм ятаҡта үткәрелгән барлыҡ эштәрҙә ҡатнаша. Армияға тиклем үк ул Стәрлетамаҡтағы “Виктория” үҙәгендәге балаларға ярҙам итеп, Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Ә урындағы “Набат” ойошмаһы уны хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығы һәм миҙал менән бүләкләй.
Махсус хәрби операция зонаһында
2025 йылдың мартында Асҡар контрактҡа ҡул ҡуя. Хәрби уҡыуҙарҙан һуң, Уссурийскиҙағы 83-сө айырым десант-штурм бригадаһында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта уға “Кадет” тигән ҡушамат бирәләр.
Өс тәүлек ут аҫтында
21 майҙа, яраланған иптәшенә ярҙам иткәндә, Асҡар етди яралана, ләкин хеҙмәттәше менән бергә ышыҡ урынға тиклем шыуыша ала. Ә һуңынан өс тәүлек ут аҫтында “Пумба” һәм “Русский” ҡушаматлы иптәштәре сиратлашып уны үҙҙәре менән һөйрәп, 12 саҡрым юл үтәләр һәм уны алғы һыҙыҡтан алып сығалар. Артабан эстафетаны “Мажор” һәм “Кот” ҡабул итә. Улар уны тағы 13 саҡрым алып баралар. Һуңынан госпиталдәрҙә дауаланғандан һуң, оҙайлы реабилитация үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Пумба” һәм “Русский” 2025 йылдың июлендә, ә “Мажор” күптән түгел һәләк була.
- Беҙ уларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, - ти Асҡарҙың әсәһе, улын ҡотҡарған егеттәр тураһында.
“Кадет” октябрҙә часҡа әйләнеп ҡайтырға тигән ҡарарға килә. Бында инде ул йәш яугирҙәрҙе нисек иҫән ҡалырға, нисек бер-береңә ярҙам итергә, нисек үҙеңдекеләрҙе ташламаҫҡа кәрәклеген өйрәтеүсе инструктор булып килә. Улы дауаланған арала, әсәһе Роза уның эшен дауам итә. Ул улы ярҙам иткән балалар йортона бара, уның исеменән Курскка гуманитар ярҙам ташый.
Асҡар Гәрәев “Батырлыҡ орденына” тәҡдим ителгән, махсус хәрби операция ветерандары берлегендә тора. Әлеге ваҡытта ул Мәскәүҙә реабилитация уҙа һәм сафҡа ҡайтырға әҙерләнә.
Марина ВИКТОРОВА.