

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Радий Хәбиров иғлан иткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам иткән йылда, Башҡортостан Республикаһының махсус хәрби операция биләмәһендәге исемле подразделениелар байраҡтары һәр муниципалитетҡа барып, 9 декабрҙә – Ватан Геройҙары көнөндә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡ.
Был мөһим ваҡиға хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, ветерандарҙы, заманыбыҙ геройҙарын, хәтер һаҡлаусы һәм уны артабан дауам итеүсе илһөйәр йәштәрҙе бер урынға тупланы.
- Оло әһәмиәткә эйә булған сараға йыйылдыҡ. “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” исемен йөрөткән мәғрифәтселек марафоны бөгөнгө көндә илебеҙҙә барған ваҡиғаларға иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙҙең яугир яҡташтар дүртенсе йыл көн һайын яуыз дошманға ҡаршы көрәшә. Улар араһында тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биреүселәр бар. Әйҙәгеҙ, ҡаһармандарса һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алайыҡ, - тине тантаналы сараны асып район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн ҙур көс һалыусы ирекмәндәрҙең эшенә оло баһа бирҙе.
Махсус хәрби операция ветераны, райондың атайҙар советы рәйесе Игорь Абросимов үҙенең сығышында байраҡтарҙы Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренә тапшырыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Таһир Күсимов исемендәге башҡорт полкының штурмлау подразделениеһы командиры Раил Баһауетдинов барлыҡ полкташтарының ялҡынлы сәләмдәрен, рәхмәт һүҙҙәрен һәм еңеүгә ҙур ышанысын еткерҙе.
Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Даян Мурзин исемендәге ирекле батальондар, Сергей Зорин исемендәге танк батальоны, Шәриф Сөләймәнов һәм Алексей Сухоруков исемендәге зенит-артиллерия батареяһы, Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды, Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы һәм башҡа Башҡортостандың исемле бүлексәләренең барлығы 20 изге байрағын беҙҙең районға тапшырыу хоҡуғы Архангел районына бирелде.
Архангел районы мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғәфәрова был сараның йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын, уның тарих менән бәйләнеште күрһәтеүен һәм барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ билдәһе булыуын билдәләне.
- Был байраҡтарҙың һәр береһе патриотлыҡ символы булып тора, хәрби рухты һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеген сағылдыра. Беҙҙең батальондарҙың ошо байраҡтары киләсәктә лә барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ өлгөһө булһын, ғорурлыҡ хистәре уятһын һәм еңеүгә ышаныс бирһен, - тине ул.
Тантаналы рәүештә байраҡтар тапшырылғас, сарала ҡатнашыусылар күмәкләп “Шайморатов генерал” легендар йырын башҡарҙы.
“Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафоны геройҙарҙы хөрмәтләргә, Ватанды һаҡлау менән бәйле ҡиммәттәрҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөргә саҡыра. Был үҙ илебеҙ һәм уның яҡлаусылары өсөн гражданлыҡ аңын һәм ғорурлығын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе башланғыс та.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.