Даирә
+28 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
27 Марта 2025, 07:02

Атайыма асыҡ хат

Һаумы, атай, атаҡайым! Һиңә һағынышлы сәләмдәр юллап хат яҙыусы улың Рәмил. Мин яҡшы ғына уҡып йөрөйөм, дәрестәрҙән тыш төрлө түңәрәктәрҙә шөғөл­ләнәм, конкурстарҙа ҡатнашам. Мәктәптән һуң өйгә ҡайтҡас, әсәйемә ярҙам итергә тырышам: утын ярам, ҡар көрәйем. Атай, беләһеңме, тырышып уҡыуымды, үҙемдең бөтә еңеүҙәремде, уңыштарымды һиңә һәм Ер йөҙөндәге тыныслыҡҡа арнайым. Күптән түгел мәк­тәптә батырлыҡ тураһында инша яҙҙыҡ. Минең өсөн батырлыҡ өлгөһө – ул һин. Шуға күрә һинең турала яҙҙым:

Атайыма асыҡ хатАтайыма асыҡ хат
Атайыма асыҡ хат

“Батырлыҡ тойғоһо Ватанды, тыуған ерҙе һөйөү тойғоһонан барлыҡҡа килә. Минең атайым Рәфил Рә­шит улы Ғәзизов Сахай ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлета­маҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумында уҡый. Ҡулына диплом алғандан һуң Тыуған ил алдында хәрби буры­сын үтәй. Хеҙмәт юлын Дүртөйлө ҡалаһында клуб мө­дире һәм мәктәптә музыка уҡытыусыһы булып башлай. Атайыма тәбиғәттән сәнғәткә һөйөү, йыр-бейеүгә һәләт бирелгән. Заманында бейеү ансамбленең етәксеһе булып та эшләй, Марат Шайбәков һәм Инсаф Ғәлимов кеүек билдәле сәхнә йондоҙҙары менән бергә сәнғәт киңлегендә ҡайнарға ла өлгөрә. Әммә бер мәл: “Сәнғәт – ул ҡатын-ҡыҙ шөғөлө”, - тигән фекергә килеп, хеҙмәт юлын тәртип һаҡлау органдарында дауам итергә ҡа­рар итә һәм ошо йүнәлештә яңы һөнәр үҙләштерә. Ул Рәсәй эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы бүлексәһендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. На­мыҫлы, эшһөйәр кешенең һәр эшкә яуаплы ҡарау си­фаттары атайыма ла ҡағыла. Үҙ эшен теүәл, оператив башҡарған хеҙмәткәр булараҡ, етәкселектең ышанысын аҡлай. Ысын ир-егеттәргә хас булғанса, ғүмер буйы күңелендә хәрби бурыс тойғоһон йөрөткән атайым үҙе­нең иптәштәре, дуҫтары, таныштары атлаған сафтан ситтә ҡала алмауын аңлай һәм 2024 йылдың майынан алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша, илебеҙ иңенә төшкән ауыр йөктө күтәрә. Эйе, батырлыҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә, һәр саҡ атайымды өлгө итеп ҡуям, сөн­ки ул ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, яу яланынан алға барған яуҙаштары менән иле­беҙ тыныслығы өсөн көрәш юлына баҫҡан.

Тыныс тормошта ла батырлыҡҡа урын бар. Әгәр беҙ – үҫеп килгән быуын, бөтәбеҙ ҙә яҡшы уҡырға ты­рышһаҡ, тик изге эштәр генә ҡылһаҡ, Ер йөҙөндә яуызлыҡҡа урын кәмейәсәк һәм ошо үҙе батырлыҡтың бер тамсыһы булыр, ә тамсынан күл йыйыла.

Атайымдың һәм яуҙа йөрөгән ир-егеттәребеҙҙең ба­рыһының да имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙа­рын, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын теләйем. Беҙ – балалар, тыныслыҡ яҡлы”.

Атай, бына ошондай йөкмәткеле инша яҙҙым. Һинең һәм һинең кеүек һалдаттар менән ғорурланам! Һуғыш тиҙерәк тамамланһын, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ! Атай, беҙ һине һәм бөтә ил һаҡсыларын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ! Иҫән-һау йөрөгөҙ!

Һине һағынып, хөрмәт итеп улың Рәмил ҒӘЗИЗОВ.

Олокүл ауылы.

Автор:
Читайте нас