Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә 60 йәшлек ҡатын әсәй булған

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әсәй булыр өсөн ниндәй йәш иң ҡулайы?    

Өфөлә 60 йәшлек ҡатын әсәй булған. Үҙенең практикаһында булған был хәл тураһында билдәле акушер-гинеколог Стас Иваха телеграм-каналында һөйләне. Табип белдереүенсә, был хәл ике йыл элек булған.

“Уйлай ҙа алмаған теләһә ниндәй йәштә лә, бала табырға була. Ике йыл элек беҙҙең пациентыбыҙ 60 йәшен үткәс әсәй булды”, – тип яҙҙы ул.

Табип һүҙҙәренсә әлеге ваҡытта “ҡарт килеш бала тапҡан” тигән проблема юҡ. Шулай уҡ “бик иртә тапҡан” тигәне лә юҡ. “Ҡартайып бала табыусы” тигән термин илдә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.

“Беҙ был алама һүҙбәйләнеште баштан да, һүҙлектән дә алып ташланыҡ”, – ти табип.

Ә дөйөм алғанда, илдә бала табыу осраҡтары кәмегән. Республика перинаталь үҙәгендә йыл һайын 10 мең самаһы бала тыуа.

Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әсәй булыр өсөн ниндәй йәш иң ҡулайы?

Әлиә Хужәхмәтова фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
 
Башҡортостан гәзитенән.
Автор:
Читайте нас: