Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Инәһе көслөнөң иләүе көслө йәки бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө

Күҙҙәрендә нур осҡондары балҡып торған һәм бәхетле ҡартлыҡта көн иткән ололарҙы күрһәң, улар өсөн үҙең дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс хистәре кисерәһең. Эйе, һәр ғүмер миҙгеленең үҙ йәме бар. Ғүмер көҙө тип аталған ҡарт­лыҡтың да үҙенең матурлығы, мәғәнәһе бихисап. Өлкән йәштәгеләр үҙҙәренең тормош тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшеүе менән дә беҙгә ҡәҙерле.

Инәһе көслөнөң иләүе көслө  йәки бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө
Инәһе көслөнөң иләүе көслө йәки бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө

 

Инәһе көслөнөң иләүе көслө йәки бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө

Күҙҙәрендә нур осҡондары балҡып торған һәм бәхетле ҡартлыҡта көн иткән ололарҙы күрһәң, улар өсөн үҙең дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс хистәре кисерәһең. Эйе, һәр ғүмер миҙгеленең үҙ йәме бар. Ғүмер көҙө тип аталған ҡарт­лыҡтың да үҙенең матурлығы, мәғәнәһе бихисап. Өлкән йәштәгеләр үҙҙәренең тормош тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшеүе менән дә беҙгә ҡәҙерле.

 

 Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Зәкиә Шаймарҙанова тураһында тулы мәғәнәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә, тип ауыҙ тултырып әй­тергә була. Ул килене Гөлнур һәм улы Рамаҙан ғаиләһендә көн итә. Шаймарҙановтар икеһе лә мәктәптә эшләй. Иҫке Бәпес мәктәбен етәкләүсе Рамаҙан Раян улы һәм мәктәп китапха­наһы мөдире Гөлнур Мирғә­ли ҡыҙы көнө буйы эштәләр. Зәкиә Хатип ҡыҙы ныҡлап сир­ләп, аяҡтары йөрөмәҫ булғас, әсәйҙәрен ҡарарға ярҙамлашы­рға тип Өфөнән Миләүшә ҡыҙы күсеп ҡайта. Беҙ килгәндә лә Миләүшә Абуталипова әсәһе янында ине.

- Ғаиләбеҙ менән тәүҙә Иҫке Бәпестә йәшәнек тә, балаларға уҡыу яҡын булһын тигән ниәт менән Өфөгә күсеп киткәйнек. 19 йыл ҡалала йәшәгәс, ике улыбыҙ ҙа үҙ аллы тормош көтә башлағас, тыуған яҡтар ҙа һәр саҡ үҙенә тартҡас, ауылда йорт һала башланыҡ. Әсәйебеҙҙең ныҡ сирләгәнен белгәс, төҙөлөп бөтмәгән булһа ла йортобоҙға тиҙерәк күсеп ҡайтырға ҡарар иттек. Эштәге кешеләр көнө буйы өйҙә тормағас, әсәйҙе яңғыҙ ҡалдырып булмай. Шуға күрә көндөҙ мин уның янында булам. Тормош иптәшем Нә­зир Зиннур улы Өфөгә йөрөп эшләй. Ял көндәрендә балала­рыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҡайтып йөрөй, - тип ҡыҫҡаса ғына таныштырҙы үҙе менән Миләүшә Раян ҡыҙы.

Ғәйшә абыстай менән Хәтип мулла Зәйнуллиндарҙың ишле ғаиләһендәге төпсөк ҡыҙ булып Зәкиә 1936 йылда Ғафури райо­ны Сәйетбаба ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарға тура килгәс, аслыҡ-яланғаслыҡтың нимә икәнен татырға ла, йәшләй генә ауыр эшкә егелергә лә тура килә уға. Бер нисә йыл Күл­ләр ауылында һауынсы булып эшләргә лә өлгөрә тырыш ҡыҙ. Күлләрҙә йәшәгән хеҙмәттәшен күрергә барған Раян Шаймарҙа­нов йәш ҡыҙҙы тәү күреүҙән оҡ­шата һәм яусыларға бара. Шу­лай итеп 1960 йылдар башында улар матур ғаилә ҡоралар һәм алты балаға ғүмер бүләк итәләр. Зәкиә Шаймарҙанова йәйҙәрен сөгөлдөр баҫыуында бил бөгә, ҡыштарын, үҙе әйтмешләй, бригадта эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул бер нисә йыл кол­хозда ашнаҡсы эшен башҡара, һауынсыларҙы алыштыра.

Ҡыҙғанысҡа, ғүмере буйы колхозда мастер-наладчик бу­лып эшләгән Раян Әхмәҙулла улының ғына ғүмере ҡыҫҡа бу­лып, балалар һәм ейән-ейән­сәрҙәр һөйөүенән мәхрүм итә. Уның баҡыйлыҡҡа күскәненә 40 йыл. Зәкиә Хәтип ҡыҙы бе­реһе студент, береһе әрмелә йөрөгән, дүртәүһе мәктәп йә­шендәге алты баланы уҡы­тып, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Бөгөнгө көндә өс улы һәм өс ҡыҙы үҙҙәре матур ғаилә ҡорғандар, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәләр. 88 йәшлек Зәкиә инәй иһә 17 ейән-ейәнсәрҙең, 16 бүлә- бүләсәрҙең, һәм бер тыуаның яратҡан өләсәйе. Ул тормош иптәше Раян Әхмәҙулла улы­ның олаталарынан борон-бо­рондан ҡалған төп нигеҙендә йәшәй. 1992 йылдан алып улы Рамаҙан һәм килене Гөлнур менән бер-береһенә терәк-та­яныс булып, бергә-бергә татыу ғүмер итәләр. Һуңғы йылдарҙа ныҡ сирләп, йөрөй алмаһа ла, Зәкиә инәй үҙ аңында, хәтере лә шәп. Ул бәйән иткән үткән тор­мош хаҡында бер нисә томлыҡ тарихи китап яҙырлыҡ.

Инәһе көслөнөң иләүе көслө, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер – Шаймарҙановтарҙың балалары береһенән-береһе уңған булып буй еткереп, төрлө үрҙәр яулауға өлгәшәләр, бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм булып йәшәйҙәр. Бөгөн, үҙҙәре олатай-өләсәй булып етешһәләр ҙә, әсәйҙәре өсөн өҙөлөп тора улар. Зәкиә инәй ҙә бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт – балаларының иғтибарын, ейән-ейәнсәрҙәре­нең хөрмәтен тойоп йәшәй. Уның урыны һәр саҡ түрҙә һәм һәр көн һайын ул барлыҡ бала­ларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә, тыуа-ты­уасарҙарына изге теләктәрен теләп, доға ҡылып ултыра.

Өлкән йәштә булыуына ҡа­рамаҫтан, йөҙөнөң матурлығын, һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған һәм бәхетле ҡартлыҡ өлгөһө булған Зәкиә Шаймарҙанованы Хоҙай Тәғәлә тағы ла оҙон-оҙаҡ йыл­дар ошо бәхетенән айырмаһын, тигән теләктәр үҙенән-үҙе күңел түренән урғылып сыға.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: