Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙы ауылдың ағинәйҙәр етәксеһе булараҡ, башҡарған эштәре тураһында һөйләне.
- Ауылыбыҙҙа ниндәй генә сараны алһаң да, ул ауыл Советы, мәҙәниәт йорто, китапханаһы, мәктәп, һәм, әлбиттә, ағинәйҙәр менән берлектә уҙғарыла. Тәҡдимдәребеҙҙе индереп, сараларҙы бергәләп ойошторабыҙ, сөнки беҙҙең маҡсатыбыҙ бер. Бергәләшеп кисәләр, концерттар әҙерләйбеҙ, башҡа ауылдарҙың ағинәйҙәре менән тәжрибәләр менән дә уртаҡлашабыҙ. Мәҫәлән, Бишауыл-Уңғарҙар менән түшелдеректәр, ҡашмауҙар, хәситәләр яһау төрҙәренә өйрәндек. Хәҙер был милли әйберҙәр беҙҙең барыбыҙҙа ла бар. Милли ризыҡтарға ла ҙур иғтибар бирәбеҙ, мәҫәлән, буҙа, талҡан, ҡорот һәм башҡаларҙы бергәләп эшләнек. Яңыраҡ мобилизацияланған егеттәргә үҙебеҙ етештергән ҡорот ебәрҙек, - тине ул.
Хәйбулла районында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙы бала сағын матур хәтирәләр менән телгә ала. Уларҙың барыһы ла уның холоҡ-фиғеленә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, моғайын. Йәйҙәрен данлы Һаҡмар йылғаһында һыу ҡойоноп, тауҙарына үрмәләп, болондарында еләк йыйһа, ҡыштарын сатлама һыуыҡтарға, ҡар-бурандарға ҡарамай, башҡалар менән бергә һәр саҡ саф һауала уйнай, ҡар бәрешә, һырғалаҡта санала һәм саңғыла шыуа. “Тау аша Әбеш ауылына алты саҡрым тирәһе араны йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ҡыштарын туранан - тауҙан шыуып төшә инек. Ә яҙҙарын урау юлдан йөрөнөк”, - тип тә хәтирәләргә бирелде уҙаман.
Телде, халыҡ ижадын яратҡан ҡыҙ уҡытыусы булырға хыяллана. Тик уға мәктәпте тамамлағас та уҡырға инергә яҙмай, конкурстан үтә алмай. Бәләкәйҙән ауыл тормошон белгән ҡыҙ һис тә ҡыйынһынмайынса фермаға һауынсы булып эшкә бара. Бында үҙенән өлкән апайҙар менән бер рәттән һыйырҙар һауа, аралаша ла. Ә кистәрен, эштән ҡайтҡас, китаптар уҡый. Киләһе йыл юғары уҡыу йортондағы әҙерлек курсына уҡырға инә. Унда белемен нығытып, маҡсатына ирешә - Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы студенты булып китә.
Уҡыған осорҙа Иҫке Бәпес ауылынан курсташы Зәбирә исемле ҡыҙ менән дуҫлаша, әхирәте уны ауылына йыш алып ҡайта. Киске уйындарҙың береһендә буласаҡ тормош иптәше Нәүфил Фәррәхетдин улы менән таныша. Ҡыҙ икенсе курста уҡығанда инде йәштәр тормош ҡороп, матур ғаилә булдыра. Кәләше уҡып бөткәнсе йәш ир ҡалала йәшәп һәм эшләп тора. Уҡып бөткәс, егеттең тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр. Өлөшөнә төшкән Иҫке Бәпес мәктәбендә уҡытыу һәм тәрбиә эшенә башкөллө сума, тәжрибә туплай.
Абдуллиндар ике балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа, Нәүфил ағай 43 йәшендә генә ауыр сирҙән вафат була. Ҡатын ҡырҡ йәше лә тулмаған көйө тормош ауырлыҡтары менән бер яңғыҙы ғына тороп ҡала. Сабыр ҙа, тырыш та, рухи яҡтан көслө лә Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙы бер үҙе ике баланы аяҡҡа баҫтыра, һөнәр алғанда, тормош ҡорғанда һәм әле лә уларға ҙур терәк-таяныс булып тора. Әлеге көндә Айнур Иҫке Бәпес мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡытһа, Айгөл баш ҡалала йәшәй, унда шәфҡәт туташы булып эшләй. Килендәре Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы ла уҡытыусы, уның юлын дауам итә - уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән белем бирә. Ә кейәүҙәре Алмаз – Рәсәй гвардияһында хеҙмәт итә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәйҙе уңыштары менән ҡыуандырып торалар.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙына уҡытыусылыҡ эшен Хәйбулла районында, Иҫке Муса ауылында алып барырға, шулай уҡ хаҡлы ялға сыҡҡас, һуңғыһының мәҙәни усағында ла эшләргә тура килә. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, хеҙмәтенән йәм таба.
Хәҙер инде хөрмәтле уҡытыусының хаҡлы ялға сығыуына ла ике тиҫтә йылға яҡын булып килә. Әлеге көндә уҡыусыларының үҙ юлдарын табыуҙары, матур тормош ҡороп, уңышлы эшләп йөрөүҙәре өсөн шатлана. Ә араларында уҡытыусылыҡ юлынан китеүселәрҙең дә булыуы уның өсөн ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс.
Тыуған ергә ҡарағанда төшкән ер ҡәҙерлерәк, тиҙәр. Эйе, тыуған яғы күңел түрендә булып, һағындырһа ла, Иҫке Бәпес ауылы уның өсөн бик тә яҡын. Киләсәктә лә Ғәлиә Мәхмүт ҡыҙына ауылдаштары менән бергәләп әүҙем тормошта йәшәргә булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.