- Өйләнешкәс, тәүҙә атай-әсәй менән бергә торҙоҡ. Аҙаҡ заводтың дөйөм ятағында йәшәнек, артабан фатир бирҙеләр. Яйлап, атай-әсәй нигеҙендә йорт төҙөп, тыуған нигеҙгә ҡайттыҡ, - тип һөйләне Миҙхәт Ғабдрахман улы.
Тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып, Ғәзизовтарҙың донъяһы әллә ҡайҙан балҡып тора. Улар бергәләшеп гүзәллек тыуҙыралар. Матур ҡапҡанан бөхтә ихатаға инеү менән муллыҡҡа һәм күркәмлеккә тап булаһың. Баҡсаларын емеш ағастары, сәскәләре уратып алған. Ҙур йортта һәр ерҙе уйлап, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Ғаилә башлығының ҡул эштәре айырыуса йортто йәмләп тора. Тәҙрәгә ҡорған-селтәрҙәр элеү өсөн гардиндар семәрләп, ҡупшылап ағастан яһалған. Күңел йылыһын һалып, фантазияны ҡушып эшләнгән йыһаздар, шкафтар, өҫтәлдәр ҙә өйҙө йәмләй.
Был йортта матурлыҡ ҡына түгел, тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыусанлыҡтың хакимлыҡ итеүе аңлашыла. Ғәзизовтарҙың бер-береһе менән аралашыуында ихтирам да, йылы мөнәсәбәт тә һиҙелә. “Бер ваҡытта ла бер-беребеҙгә ауыр һүҙҙәр әйткәнебеҙ булманы. Нисек талашып, йәберләшеп йәшәмәк кәрәк? Аҙаҡ нисек бер өҫтәл артына ултыраһың?” - тип ғаилә башлығы әйтеүгә, хужабикә уның һүҙҙәренә ҡушылып: “Бер генә йәшәйһең, ғүмерҙе үкенесле итеп үткәрергә ярамай. Бына бергә ғүмер итеүебеҙгә ҡырҡ йылдан артыҡ ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ”, - тине.
Миҙхәт Ғабдрахман улы ғүмер буйы водитель булып эшләй. Ҡайһы ойошмала эшләһә лә, һөнәренә тоғро ҡала. Һәр ир-егет кеүек Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәс, тәүҙә Калинин исемендәге тыуған колхозда, артабан Ҡабаҡ кирбес заводында водитель була. Ә эш араһында ҡул эшенә оҫта ир ғүмер буйы ағастан төрлө нимәләр яһарға ярата. Әйберҙәр араһында көйәнтә, һандыҡтар ҙа бар. Уның заказға эшләнгән был бирнә әйберҙәре менән күпме ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡан!
“Атанан күргән уҡ юнған” тигән мәҡәлдәгесә, ул үҙ атаһының да оҫта икәнен матур хәтирәләр менән иҫкә ала. “Атайым атҡа дуғалар бөгә, сана, көйәнтә яһай торғайны. Мин бик ҡыҙыҡһынып ҡарай торғайным. Ваҡыт еткәс, үҙем дә ағас эше менән шөғөлләнә башланым. Балалар бәләкәй саҡта кашауай сана ла яһағайным. Уға ултыртып малайҙарыбыҙҙы балалар баҡсаһына йөрөттөк”, - тине ул хәтирәләргә бирелеп.
Бал ҡорто аҫрауҙың бөтә нескәлеген белгән тырыш ағай умарта ла тота. Шулай уҡ ул һәүәҫкәр һунарсы, балыҡсы ла икән. Был шөғөлдәрҙе лә үҙенең атаһынан алған.
Һөйләшкән арала күңеле тулы йыр-моң булған Миҙхәт ағай гармунын ҡулына алды ла уйнай башланы. Һағышлы моңло көйҙәрен дәртле бейеүҙекенә алмаштырҙы. Иҫ киткес йылылыҡ бөркөлөп торған өйгә гармун моңдары таралды... “Ейәндәребеҙҙе һәм ейәнсәрҙәребеҙҙе килгән һайын бейетәм”, - тип кеҫә телефонынан видеоларҙы ихлас күрһәтте. Уларҙан күренеүенсә, бәләкәй балалар рәхәтләнеп милли көйгә бейейҙәр. Шулай итеп олатай уларҙы мәҙәниәткә лә ылыҡтыра... Эйе, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл, әйтерһең, тап Миҙхәт Ғабдрахман улына ҡарата әйтелгән.
Ә ҡатынына килгәндә, Илеш районы ҡыҙы Фәүзиә Хәмит ҡыҙы йүнәлтмә буйынса Ҡабаҡ кирбес заводына эшкә килгәс, егет һылыу, инсафлы ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшата һәм танышҡас оҙаҡ та тормай өйөнә алып та ҡайта. Киләсәккә өмөт һәм ышаныс булған ғаилә барлыҡҡа килә. Шул йылдарҙан бирле аңлашып, килешеп йәшәйҙәр. Ир тәүге көндәрҙән үк ғаиләһе муллыҡта, барлыҡта йәшәһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Атай кеше насар ғәҙәттәрҙән алыҫ йөрөүе менән дә уландарына өлгө була.
Тырыш Ғәзизовтар һәр саҡ эш өҫтөндә. Улар ғүмер буйы мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә үҫтерәләр. Әлеге көндә лә үҙҙәренең сифатлы һөтө-итенән өҙөлмәйҙәр. Бөтмөр хужабикә һәр йыл йәшелсә-емешенән ҡышҡылыҡҡа төрлө ризыҡтар әҙерләй.
Сәләмәт тормош яҡлы был пар һаулыҡтарын ҡайғыртып, бергәләшеп ялан-ҡырҙар ҡыҙырырға, төрлө шифалы үләндәр йыйырға яраталар икән. Киптерелгән боланут, сөйәл үләне, туҡранбаш, әлморон, йүкә сәскәһе һәм башҡа төр үләндәр ҡышҡылыҡҡа тоҡсайҙарға тултырып ҡуйылған.
Ғәзизовтар ике улға ғүмер биреп, улар өсөн хәстәрлек күреп, кесе йәштән һөйөү менән тәрбиәләйҙәр. Эшһөйәр булып үҫкән улдары инде үҙҙәре ғаиләләре менән донъя көтә, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Әлеге көндә ата-әсәгә терәк-таяныс булып торалар, олатай һәм өләсәйҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандыралар. Илдар атаһынан күреп водитель булһа, Илдус электрик һөнәрен ала. Уландарҙың икеһе лә төҙөүсе эше менән дә шөғөлләнә. “Улдарыбыҙҙың бөтә эш тә ҡулдарынан килә”, - ти ата-әсә һөйөнөп.
Ғәзизовтарҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Улар бәхетле, сөнки бер-береһен ихтирам итеп, бәхеттең ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.