Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңеле тик изгелектә генә

Шәрипҡол ауылында үт­кә­рел­гән Ҡөрьән ашында өҫтәл тү­рендә ултырған бер ағинәйгә иғ­тибар иттем. Халҡыбыҙса мил­ли итеп тегелгән бер нисә әбер­кәле йәшел күлдәк, орнаменттар төшөрөлгән үҙенсә­лек­ле зәңгәр камзул кейгән, сәскәле аҡ яу­лығын дүрткелләп ябынған Шәм­сиә Ҡолбахтина ине ул. Ҡөрь­ән табынында Шәмсиә әбей аяттар уҡыны, матур итеп изге теләктәр теләне. Унан күҙҙе алғы ла килмәне. Ғүмер кө­ҙөндә ҡартлыҡтың да үҙ матур­лығы һәм үҙ мәғәнәһе бар шул.

Күңеле тик изгелектә генә
Күңеле тик изгелектә генә

Артабан Шәмсиә Әбделвәли ҡыҙы менән ныҡлап танышыу өсөн тағы ла осраштыҡ. Асыҡ, мөләйем инәйҙән күңел саф­лы­ғы, ихласлыҡ бөркөлөп тора ине. Инде һикһән йәшен тултырып, туғыҙынсы тиҫтәне ваҡла­ған уҙаман күпте кисергән бы­уын вәкиле. Ул 1938 йылдың 18 октябрендә ошо ауылда ишле ғаиләлә етенсе бала булып тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғанда уға өс йәш тә тулмаған бу­ла. Атаһы иң тәүгеләр рәтендә фронтҡа алына һәм Тыуған ил өсөн барған яуҙа башын һала. Ҡыҙ кесе йәштән һуғыштың һәм унан һуңғы йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын, нужаларын та­тый, аслыҡ, яланғаслыҡты кү­рә... Башҡалар кеүек бала ғына көйө бар ауыр эштәрҙе лә баш­ҡара. Улар быуынын тормош ир­тә өлкәнәйтә. “Әсәйем беҙҙе үҫтерәм, ашатам тип ауыл кө­төүен көттө. Уның менән беҙ ҙә көтөштөк”, - тип үткәндәрҙе иҫ­кә ала ул.
Ун һигеҙ йәшендә ауылдашы Миңлеғол исемле егет менән тор­мош ҡоралар. Ғаиләләрен йәмләп, бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Уларға ма­тур тәрбиә биреп, эшһөйәр, на­мыҫлы итеп үҫтерәләр. Ҡа­тын колхоз баҫыуҙарында сө­гөл­дөр үҫтерһә, ире фермала мал ҡа­рай, тракторҙа ла эшләй... Тор­мош иптәше күптән гүр эйә­һе инде. Бала ҡайғыһын да кү­рергә тура килә уға - ҡыҙ­ға­нысҡа, өлкәндәре Хәйҙәр илле йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.
Күңеле тик изгелектә генә булған Шәмсиә әбей Ҡөрьән аяттарын өйрәнеп, яттан уҡый, матур итеп доғалар ҡыла. Ул ил-көнгә, ауылдаштарына, балаларына, мәрхүм булғандар рухына аяттар бағышлай. Һәр кемгә изге юлдар, изге сәфәрҙәр те­ләй. Уның аҡыллы вәғәздәре, кәңәштәре оло әһәмиәткә эйә.
- Етмеш ике йәшемдә дин юлына баҫтым. Хәҙер инде биш намаҙҙы ҡалдырмайым, йыл да ураҙа тотам. Ҡөрьән аштарына аяттар уҡырға саҡырһалар, ба­рам. Дин кешене тәрбиәләй, итә­ғәтлеккә, тәртипкә өйрәтә, сабырлыҡҡа өндәй, насар уй­ҙар­ҙан арынырға ярҙам итә, - ти ул.
Шәмсиә Ҡолбахтина бер ва­ҡытта ла замандан артта ҡал­маҫҡа, һәр нимәлә хәбәрҙар бу­лырға тырыша. Донъя, ил яңы­лыҡтарын телевизорҙан ҡа­рап барһа, райондыҡын “Даи­рә” гәзитенән уҡып, танышып тора. Һәр битте ентекләп уҡып сыға. Хеҙмәт кешеләре хаҡында, “Әҙәби гөлләмә”ләге яҡташта­рыбыҙҙың ижад емештәрен уҡырға ярата. Үҙе лә тиҙ генә һүҙ араһында шиғри юлдар сығара икән. Һөйләшеп, беҙҙе сәй эсе­рергә әҙерләнеп йөрөгән мәлдә лә шулай булды.
Бисмиллаһын әйттем, һыуҙар һалдым,
Аҡ самауырымды тултырып.
Балаларым ҡайтҡас, сәй эсербеҙ, тинем,
Бергәләшеп кенә ултырып,
- тип һамаҡлап алды ул...
Хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән оло быуын вәкиле эштән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәй. Шуға ла ҡарт көнөндә лә кәзә аҫрай. Уның һөтөн эшкәртеп, ҡымыҙ, һөҙмә яһай. “Сифатлы һөткә етәме ни ул?!” - ти ул йылмайып.
Шәмсиә Ҡолбахтина әлеге көндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хәҙер инде балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләләренең шат­лыҡтарын уртаҡлашып йә­шәй.
Ғүмер буйына хеҙмәттән ҡы­уаныс табып йәшәүсе, яҙмышы менән тере тарих, йәш быуынға үрнәк булған уҙаманға изге хә­бәрҙәр генә ишетеп, яҡын­да­рының, ауылдаштарының ар­­та­­бан да ихтирамын тойоп йәшәргә насип булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:
Читайте нас: