Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сыныҡҡан быуын вәкиле

Иҫке Йәнбәк ауылында алсаҡ, ихлас Рәйсә Солтанғолова беҙҙе яҡын кешеһе кеүек ҡаршы алды, өйөнә лә әйҙәне. Йомарт күңелле әбейҙең үҙенән дә, өйөнән дә нур бөркөлөп торған кеүек ине.

Сыныҡҡан быуын вәкиле
Сыныҡҡан быуын вәкиле

Рәйсә Тимерйәр ҡыҙы лайыҡлы тормош юлын үтә. Йәштән алып бар ғүмерен колхоз эшенә бирә. Ниндәй генә мәлдәргә тарымаһын, һәр саҡ сабыр, тырыш булып ҡала.
Ул Ауырғазы районының Уҫман ауылында 1933 йылдың июнендә күп балалы ғаиләлә тыуа. Кесе йәштән алсаҡ, егәрле булып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһы Ватанды һаҡларға китә. Тик уға иҫән ҡайтырға насип булмай, яу яландарында ятып ҡала. Ҡыҙға атай наҙын, йылыһын тойоп үҫергә тура килмәй. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек иртә өлкәнәйә. Һан-хәреф таный белгәс, өсөнсө кластан һуң уҡыуын ташларға мәжбүр була. Ул ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, әсәһенә бөтә эштә ярҙамлаша, өс туғанын ҡараша. Уларға йылылыҡ, хәстәрлек бирә, ә әсәһенә оло терәк була. Аслыҡты, яланғаслыҡты таты­ған ҡыҙ үҙенең һәм туған­дарының тамаҡтарын туйҙырыр өсөн ниндәй эш ҡушалар, шуға риза була. Бала ғына көйө ферма һарыҡтарын көтә, сусҡа ла ҡараша.
Буй еткергәс ҡыҙ Иҫке Йәнбәк егете Вәрискә кейәүгә сыға, улар биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Был ауылға килен булып төшкәс тә һауынсы булып эшкә сыға. Эш дәүерендә алдынғылыҡты бирмәй, күп тапҡырҙар социалистик ярыштар еңеүсеһе була. Тырыш ҡатын өйөндә лә бар эштәргә өлгөрә: көн һайын мейес тултырып икмәк бешерә, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй, китаптар, гәзит-журналдар алдырып уҡырға ярата. Әле иһә Ҡөрьән аяттарын уҡый. Шулай уҡ һамаҡлап шиғырҙар һөйләргә әүәҫ. Балалары күптән инде төрлө ерҙәрҙә йәшәйҙәр. Үҙҙәре башлы-күҙле булып, балалар тәрбиәләп, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, ғүмер итәләр.
- Әсәйебеҙ бик уңған ине, ир эшеме, ҡатындыҡымы, бер ҙә айырып тормай эшләне. Ул ҡул менән бесән сапты, беҙҙе лә өйрәтте. Кешеләргә ярҙам итеүҙән дә бер ваҡытта ла баш тартманы. Атайыбыҙ көндәр бу­йы колхоз эшендә булды, шуға ла эш, тәрбиә күбеһенсә әсәйем иңенә төштө. Ә атайыбыҙ тәүҙә комбайнсы була, мул уңыш йы­йып алғаны өсөн бронза миҙал да яулай. Аҙаҡ бригадир булып эшләне.
Әсәйебеҙ 85 йәшенә тиклем һыйыр аҫраны, ҡаймаҡ-ҡа­тыҡтан өҙөлмәне, - тип һөйләне улы Рәнис.
Рәйсә Тимерйәр ҡыҙы – ба­ла ғына көйө күп ауырлыҡтар күргән, донъяның әсеһен таты­ған, сыныҡҡан быуын вәкиле. Тере тарих булған уҙаман сы­ҙамлығы, тырыш­лығы менән йәш быуынға өлгө булып тора.
Алдағы көндәрҙә лә оҙон ғүмер юлы уҙған Рәйсә Сол­танғолованың бәхетле ҡарт­лыҡта, сәләмәтлектә, яҡын­­­да­­рының уңыштарына ҡыуанып йәшәүен теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: