Ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуһа ла, бәләкәй сағы әсәһенең тыуған ауылы Түбәнге Төкөндә уҙа. Ҡыҙға дүрт кенә йәш булғанда атаһы фажиғәле вафат булып ҡала. Матур итеп, ҙур өмөттәр менән ҡоролған ғаиләнең юҡҡа сығыуы бик ҡыҙғаныс була. Унан олораҡ Ғәфүр ағаһы менән уны әсәһе үҙенең тыуған ауылына алып ҡайта. Әсә кеше балаҡайҙарын етем итмәү, уларҙы бәхетле, тамаҡтарын туҡ итеү өсөн бар көсөн һала. Улар ҙа алға ынтыла, тырышып, үҙҙәренең күңелдәренә ятҡан һөнәрҙәр ала. Дилара мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡта крансыға уҡып, ошо ҡалала эшләй. Ошонда Борис исемле егет менән танышып, ғаилә ҡоралар, ҡыҙҙары Зөлфиә тыуа.
Яҙмыш уны бәләкәйҙән атайһыҙ итһә, тағы ла һынай: йәшләй генә ире үлеп китә. Ул алты айлыҡ ҡыҙы менән тороп ҡала. Балаға өс йәштәрҙә әсәһенә ҡалдырып тороп, Өфөлә һөнәре буйынса заводта эшләүен дауам итә. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен тағы ла һынап ҡарарға була: Хәйбулла районы егете Вәхит менән танышып, ҡауышалар. Тиҙҙән яңы ғаиләнең ҡыуаныстарын арттырып, улдары Рөстәм тыуа. Артабан яҙмыш уларҙы Һәүәләй ауылы менән бәйләй. Ошонда килеп төпләнәләр. Бында улдары Азамат донъяға килә. Зөлфиә ҡустылары барлығына һөйөнөп, туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп үҫә.
Ир менән ҡатын икеһе лә тырышып эшкә сумалар. Дилара апай баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерә, фермала быҙауҙар ҡарай, ире Һәүәләй комплексына мал ҡараусы булып эшкә урынлаша. Яңы өй һалып сығалар. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урындағы дауаханала йыйыштырыусы булып эшләй. Артабан ике тиҫтә йылға яҡын баш ҡаланың 22-се дауаханаһында хеҙмәт итә. Әйткәндәй, хаҡлы ялда ла эшләүен дауам итә. Пандемия ваҡытында ғына туҡтарға мәжбүр була. Хеҙмәт ветеранының дөйөм стажы – 45 йыл!
Байтаҡ йылдар йәшәгәс, ҡыҙғанысҡа, тормош иптәше вафат була... Шулай ҙа бәләкәйҙән етемлекте, ауырлыҡтарҙы татыған Дилара Әхмәҙулла ҡыҙы нисек булһа ла, көслө рухлы, донъяға етди ҡарашлы булып ҡала. Әсә кеше балаларына ла һөйөү һәм ихтирам орлоҡтарын һала, үҙ өлгөһөндә кешелекле, әҙәпле, намыҫлы, тәүфиҡлы булып тәрбиәләнергә ярҙам итә. Ҡыҙы һәм улдары уҡыуға маһир, зирәк, тырыш булып үҫәләр. Улар һәр саҡта ла уның фәһемле кәңәштәрен иҫтә тоталар. Ғөмүмән, балаларын тормошҡа яраҡлы кешеләр итеп үҫтерә. Зөлфиәһе уҡытыусы һөнәрен һайлап, Ҡыйғы районында төпләнгән. Рөстәм һәм Азамат Өфө ҡалаһында йәшәп, юлсы булып хеҙмәт итәләр.
Дилара Мөхәмәтйәнова кескенәнән йыр-бейеү ярата. Мандолинала уйнай. Моңло тауышлы ул, яңы йырҙарҙы ла тиҙ генә отоп ала. Һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә йырға һала. Шулай уҡ бейергә бик ярата. Йыр-моң уны һәр саҡ оҙатып йөрөй, донъяны матур итеп күрергә, тормош ығы-зығыһын еңергә ярҙам итә.
Әлеге көндә ул үҙен бәхетле һанай. Ул тормоштан, һәр атҡан таңдан йәм табып йәшәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуана. Улар тормошона, йәшәүенә көс-ғәйрәт бирә. Өйөн сынъяһау итеп, йәмле донъяһында йәшәй. Сәскәләр, гөлдәр үҫтерергә ярата. Тәбиғәттең йәмле сағында ихатаһын бигерәк йәмләндерә.
Ауырлыҡтарҙы еңеп, матур күңелле кеше булып ҡалған кешеләр ысын мәғәнәһендә һоҡланыу уята.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.