Бүләкләнеүселәрҙе, уларға белем биргән педагогтарҙы һәм яҡшы тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров тәбрикләне һәм уҡыусыларға уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Мәктәпте тамамлаусылар һәм ата-әсәләр үҙҙәре лә төплө белем биргән уҡытыусыларға, мәктәп коллективына рәхмәт әйттеләр. Мәҫәлән, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡыусыһы Алина Хәсәнова рәхмәт белдереп, был миҙал уңың тормош юлын һәр саҡ яҡтыртасағын әйтте. Прибельский ауылынан Сергей Михайлов егет-ҡыҙҙарҙы мәктәпте уңышлы тамамлауҙары менән ҡотланы һәм уларға хыялдарының тормошҡа ашыуын, бөтә башланғыстарҙа уңыштар теләне. Һәүәләй мәктәбе директоры Наталья Мөслим ҡыҙы Әхмәтова артабан да был көндә бүләкләнеүселәр үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөп торасаҡтарына ышанысын белдерҙе.
Егет-ҡыҙҙар ныҡлы белем һәм лайыҡлы бүләк менән оло тормош юлын башлай. Уларға киләсәктә лә ҙур уңыштар, яңы үрҙәр яуларға булһын!
Фәнил гәрәев.