- Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым, бик күп китаптар һәм гәзиттәр уҡый инем. Ләкин биш йыл уҡырға кәрәк. Ә минең тиҙерәк аҡса эшләгем килде. Шуға 1-се һанлы полиграфистар училищеһына документтарымды тапшырҙым. Бында уҡыу оҡшай ине, - тип һүҙ башланы Галина Евгеньевна.
Эшкә ул Ҡырмыҫҡалы типографияһына ҡайта. Ул ваҡытта уның директоры Сәлихов Ғаяз Вилдан улы уны йылы ҡабул итә.
Коллектив тормошона ҡыҙ бик тиҙ инеп китә һәм уның айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә.
- Типография ике ҡатлы ағас бинала урынлашҡан ине. Эш шарттары ла еңелдән түгел, ҡоролмалар иҫке. Көнө буйы аяғүрә баҫып эшләргә тура килде, ултырып торорға ваҡыт та юҡ. Бинаның яртыһын хәреф йыйыу цехы биләһә, икенсе өлөшөндә гәзит баҫыу машинаһы урынлашҡан, эшләгәндә ул ҡаты геүләй ине. Гәзиттең һәр битен баҫыу өсөн машина янына ауырлығы 25 килограмға еткән гранкалар ҙа күтәреп килә инек. Был ваҡытта үтә лә һаҡ булырға кәрәк. Хәрефтәр сәселһә (һирәк булһа ла, булғылай ине), типография эшселәренә һәм редакция хеҙмәткәрҙәренә төнө буйына етерлек эш була, сөнки гәзит сығарыуҙы бер нисек тә өҙөргә ярамай. Ул көндәрҙә төнгә тиклем тотҡарлана инек, - ти Галина, һүҙен дауам итеп.
Редакцияға заманса компьютерҙар һатып алынғандан һуң ғына гәзитте офсет ысулы менән баҫа башлайҙар. Текстар компьютерҙа йыйыла, верстка яһала, компьютерҙа төҙәтелә. Гәзиттәр әҙерләнеп бөткәс, пленка алына һәм уны типографияға төшөрәләр.
- Беҙ уларҙы тикшереп сығабыҙ, хаталары булһа, төҙәтәбеҙ. Барыһы ла тәртипкә килтерелгәс, гәзит баҫа торған станокты ҡабыҙып, баҫа башлайбыҙ. Бер минут та тик торған булманы. Гәзит аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Рус телендәге гәзиттең тиражы 5-6 мең булһа, татар телендәгеһе 4800-гә тиклем етә ине. Һуңынан район баҫмаһына башҡорт телендәге гәзит тә ҡушылды. Ул ғына ла түгел, бланктар, брошюралар һәм китаптар ҙа баҫтырҙыҡ. Станок иҫке, ул йыш ҡына ватыла. Уны көйләй-көйләй баҫып бөтөргәнсе ваҡыт таңға ауыша ине. Эш еңелдән булмаһа ла, ауырлығы һиҙелмәне, сөнки коллективыбыҙ бик татыу булды. Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, белмәгәнде өйрәтеп эшләнек. Хеҙмәттәштәремдән дә, етәкселәрҙән дә уңдым. Ул да ғына түгел, ялдарҙы, байрамдарҙы ла бергәләшеп үткәрә инек. Йәй көнө сөгөлдөр утарға, көҙөн уларҙы сығарырға йөрөнөк. Бар эштәр ҙә күңелле итеп, уйнап-көлөп үтә ине. Буш ваҡыттарҙа тәбиғәт ҡосағына сығып ял итеүҙәр, йәй көнө бергә еләк, бәшмәк йыйырға йөрөүҙәребеҙ – береһе лә онотолорлоҡ түгел. Әле булһа гәзит баҫыусылар Галя Магомедова, Валя Мостаева, хәреф йыйыусы Динә Саяпова, Мәҙинә Латипова, версткала Фидая Саттарова, линотипистка Венера Моратова, Сирена Саттарова, машина көйләүсе Хәмзә Магомедов, Фәғилә Фәйзуллина менән эшләгән йылдарымды һағынып иҫкә алам. Мөхәррир Миҙхәт Рәжәпов, уның урынбаҫары Эльза Саттарова, яуаплы секретарь Сания Яфаева, корректор Фариҡа Мөхәмәтғәлинаға (мәрхүмә инде) рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың һәр береһе үҙ эштәренең оҫталары ине. Бер ауырһынмайынса, бер-беребеҙгә һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙамлашып йәшәнек. Балаларыбыҙ ҙа шунда үҫте, - тип хәтирәләргә бирелде Галина Евгеньевна.
Буласаҡ тормош иптәше Рәшит Рәсим улын Галина Ҡырмыҫҡалыла осрата. Матур итеп ғаилә ҡоралар. Гүзәл исемле һылыу ҡыҙҙарына ғүмер бирәләр. Ҡәйнәһе Бибинур апай ҙа тыныс холоҡло һәм уңған киленен үҙ ҡыҙылай ҡабул итә. Ире ғүмер буйы Көнкүреш йортонда һыуытҡыстар, көнкүреш техникаһын төҙәтеүсе мастер булып эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек ул фани донъянан китеп барҙы.
Бөгөнгө көндә Галина хаҡлы ялда. Ҡыҙы үҙ аллы йәшәй, себер тарафтарына йөрөп эшләй. Галина Евгеньевна баҡса үҫтерергә ярата, тәҙрә төбөндәге гөлдәре лә шау сәскәлә ултыра.
Ә район гәзите редакцияһында эш дауам итә – коллектив бер ҡаҙанда ҡайнай, бер маҡсат менән яна. Хатта умарта ояһын хәтерләтә: берәүҙәр командировкаға китә, икенселәре ҡайта, кемдер мәҡәлә яҙа, кемдер әҙер яҙманы урынлаштыра, хаталарын төҙәтә...
Венера ҒАФАРОВА.
Автор фотоһы.