Сәләмәтлек торошо буйынса дауаханаға йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Поликлиникаға килеп инеү менән регистратурала ауырыуҙарҙы мөләйем йөҙлө ҡыҙҙар ҡаршы ала. Шуларҙың береһе – Гөлшат Солтанғәлиева тураһында айырым яҙып үткем килә. Ҡасан ғына килһәм дә, яғымлы итеп иҫәнләшеп, биргән һорауҙарға ашыҡмай ғына яуап бирә, кәрәген аңлата, амбулатор картаңды тоттороп, бер ауырһынмайса, табипҡа тиклем оҙатып та ҡуя. Уның менән аралашҡандан һуң, кәйеф күтәрелә, ауырыуың да бөткән төҫлө тойола. Шундай изге күңелле кешеләр күберәк булһын ине, тип уйлап ҡуяһың. Беҙгә, өлкән йәштәгеләргә, яҡты йөҙ һәм тәмле һүҙ айырыуса кәрәк.
Уларҙың ғаиләһен мин күптән беләм. Гөлшат Ҡырмыҫҡалы ауылында Рәсимә һәм Әнүәр Солтанғәлиевтар ғаиләһендә тыуған. Әсәһе ғүмер буйы кафетерийҙа эшләне, атаһы типография директоры вазифаһын башҡарҙы. Балаларын кесе йәштән эшһөйәрлеккә, кешелекле булырға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шуға ата-әсәһенең һабаҡтары дөрөҫ һөҙөмтә бирә.
Гөлшат тәүҙә район үҙәгендәге 143-сө һөнәрселек училищеһында бухгалтер һөнәре алып сығып, һуңынан Йоматау техникумында белемен камиллаштырҙы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген ул Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Юбилейный” кинотеатрында башлап ебәрҙе. Поликлиникала ауырыуҙарҙы теркәү бүлегенә кеше кәрәк тигәс, ул барып эшләп ҡарарға була. Бында уға шул тиклем оҡшай, ул башы менән эшкә сума.
- Иңемә ҙур яуаплылыҡ өҫтәлеүенә ҡарамаҫтан, эшем күңелемә хуш килә. Ул етди иғтибар һәм теүәллек талап итә, әммә шуның менән ул ҡыҙыҡлы ла. Унан коллектив та һәр саҡ дуҫ, берҙәм булды. Әкренләп әлеге өлкәгә бөтөнләй инеп киттем. Әммә бер ҙә үкенмәйем. Эшемде бик яратып башҡарам. Инде бында эш башлағаныма ла 16 йыл булып китте. Тормош юлымда миңә һәр саҡ изге күңелле, кешелекле, уңған һәм тәртипле кешеләр менән аралашырға һәм эшләргә тура килде. Шуға эшемдең бер ауырлығын да күрмәйем, - ти Гөлшат Әнүәр ҡыҙы.
“Һәр кем менән уртаҡ тел таба белә, ихлас күңелдән һөйләшә, уларҙы иғтибар менән тыңлай һәм хәлдәрен һораша. Бер ҡасан да үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймай, йәнәшәһендә эшләүсе кешеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итә”,- ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Гөлшат тураһында һөйләгәндә, уның теүәл иҫәп-хисапҡа ғына түгел, эш һөйөүсәнлеге лә һоҡланыу хисе уята. Төп эшенән бушаған арала ауыл ерендә генә була торған, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр башҡарырға өлгөрә ул. Ауыр эш көнөнән һуң йортона ҡайтҡас, тәмле ҡамыр аштары бешерергә, туғандарын, яҡындарын һыйларға ярата. Баҡсала төрлө йәшелсә-емештәр үҫтерә, ә ул үҫтергән гөл-сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ. Үҙе белгәндәрен ҡыҙына ла өйрәтә. Әйткәндәй, ҡыҙы Эльвина Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, әлеге ваҡытта “Почта банк”та эшләп йөрөй.
Ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, моғайын, һәр кемгә лә, уңышҡа ирешеү өсөн, донъяға, кешеләргә ҡарата ыңғай ҡарашта булыу, күберәк яҡшы яҡтарын күреп, уларҙы баһалай белеү кәрәктер. Ә арабыҙҙа Гөлшат Солтанғәлиева кеүек асыҡ йөҙлө, үҙ эшенә тоғро ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмай ҡарау мөмкин түгел.
Сәкинә САҘРЕТДИНОВА,
хеҙмәт уҙаманы.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.