Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәпкә илтә юлдар

Йәш айырмабыҙ бер нисә йыл бул­һа ла, байтаҡ йылдар ғүмер юл­дарыбыҙ йәнәш тәгәрләп алға ба­ра. Заманында Ильяс Вәлиев ме­нән бер үк мәктәптә белем алдыҡ. Атаһы Миңлебай Миң­ле­ғәле улы (Вәлиев абый тип хөр­мәт­ләй торғайныҡ) физика фә­­не­нән уҡытты. Уҡыусыларға ҡарата итәғәтле, кешелекле бул­ды. Фән буйынса теоретик материалды көндәлек тормош менән бәйләп ҡыҙыҡлы итеп аңлатыр ине. Балалары ла ябай булды, әллә кем булып һауаланып йөрөмәне, бер ниндәй ҙә өҫтөнлөк талап ит­мәне. Һәр береһе үҙ көсөнә таян­ды, тормош юлдары буйлап та үҙ­ҙә­ренә үҙҙәре юл ярҙы.

Мәктәпкә илтә юлдар
Мәктәпкә илтә юлдар

Дүрт баланың иң кесеһе бул­ған Ильяс та урта мәктәпте та­мам­лағас, Һәүәләй урта мәк­­­­­тә­­­­бендә лаборант булып эш­ләп алырға өлгөрә. Бер аҙ хеҙмәт сирҡанысы алғас, Башҡорт дәү­ләт университетының физика-математика факультеты сту­­­­­ден­­­ты булып китә. Атаһы юлын һайлай.
Армия хеҙмәтен үтеп ҡайт­ҡас, мин дә шул университеттың филология факультеты студенты булып киттем. Шул рәүешле, Иль­яс менән юлдарыбыҙ йәнә осрашты, аралар тағы яҡы­най­ҙы. Бер-беребеҙ менән аралашып, көңгөр-ҡаңғыр хә­бәр­­­­лә­­шеп, төрлө сараларҙа ҡай­нашып, бер нисә йыл студент тормошоноң онотолмаҫ ма­тур миҙгелдәрен кисерергә на­­сип булды. Һәр саҡ көләс йөҙ­лө, киң күңелле, аралашыусан, ярҙамсыл егетте башҡалар ҙа яҡын күрҙе, ихтирам итте. Кә­рәк саҡта шаян һүҙлелеге, шул уҡ ваҡытта етди ҙә була алыуы бығаса таныш булмағандар ме­нән тиҙ арала уртаҡ тел табырға мөмкинселек бирҙе. Ошо матур сифаттары уны һис кенә лә ташламай, ғүмере буйы оҙата килә. Тормошта аҙым һайын килеп тыуған төрлө проблемаларҙы хәл итергә лә нәҡ шул сифаттары булышлыҡ итә.
Шаулы студент йылдары үтеп тә китә. Ильяс Миңлебай улы минән бер йыл алда диплом ала. Киләһе йылына был бәхет мине лә урап үтмәйәсәк. Уны­һын бе­ләм. Ә инде һигеҙ йыл ваҡыт үтеп киткәс, уның менән юлда­рыбыҙ йәнә осрашып, ғүме­рем­дең иң оҙайлы, емешле мәлдәре Би­шауыл-Уңғар мәк­тәбе менән бәйләнере башҡа ла инеп сыҡ­май әле ул саҡта.
1984 йылда уҡыуын тамамлап, тыуған ауылына ҡайтҡан йәш белгесте район мәғариф бү­леге мөдире Геннадий Павлов Би­шауыл-Уңғар һигеҙ йыллыҡ мәк­тәбенә директор итеп ҡоҙа­лай. Әлбиттә, күңелендә икеле-микеле уйҙар ҡайнай: етәкселек ышанысын аҡлай алырмы, коллектив менән (улары элекке уҡы­тыусылары) уртаҡ тел табып булырмы, уҡытыу-тәрбиә процесын яйларға ҡулдан килерме? Шул уҡ ваҡытта: “Кеше атҡара алмаҫ эш юҡ,” – тип кәңәш би­рә күңелендәге икенсе бер той­ғо. Тәүәккәлләй Ильяс Миң­­лебай улы. Бына тигән итеп көйләп ебәрә эште. Хеҙ­мәт­тәш­тәре ме­нән дә уртаҡ тел таба, кәрәк саҡ­та кәңәш һорауҙан да тар­­тын­май. Шулай яйлап-яйлап тәжрибә туплана, эшсән, татыу уҡытыусылар коллективының ыша­ныслы етәксеһе булып ны­ғына. Хеҙмәттәштәре лә, уҡыу­сы­лар ҙа, ауыл халҡы ла ихтирам итә үҙен. Мәктәптең элек-элек­тән килгән данын, йолаларын һүн­дермәй дауам итергә, яңы­лары менән тулыландырырға бар көсөн һала йәш етәксе. Йә­мәғәтселек эшен дә йөкмәтә уға етәкселәр: байтаҡ йылдар пропагандист булып ауыл эшсән­дә­ре менән илебеҙ алып барған сә­йәсәт, донъяла барған хәл-ва­ҡи­ғалар хаҡында аңлайышлы, ябай тел менән әңгәмәләр үт­кә­рә Ильяс Миңлебай улы. Был бу­рысты ла намыҫ менән үтәй ул.
Етәкселәрҙең дә төрлөһө бу­ла: өҫтәл һуғып, аҡы­рып-екереп, ҡурҡытып эшлә­гән­дәре лә, үҙ-ара аңлашыуға, тыныс хеҙ­мәт­тәш­леккә, бер-береңә их­­ти­­­рамлы мөнәсәбәткә таян­­ған­­дары ла. Нәҡ ошо икен­се төр­көмгә ҡараған етәксе булы­уы менән Ильяс Вәлиев ихтирам яу­ланы, хөрмәт ҡаҙанды. Һәр кем­де - уҡытыусымы, уҡыу­сымы булһын - шәхес итеп күрә белә ул. Кемдеңдер етешһеҙ­лек­тәрен ипле генә әйтеп биреү, баш­­ҡа­лар­ҙың фекерен тыңлай белеү, бәхәсле мәсьәләләрҙе ты­ныс яй­ға һалыу, үҙ-ара мөнә­сә­бәт­тәрҙә тотанаҡлылыҡ, мә­ҙә­нилек кеүек матур сифаттар биҙәй Ильяс Миңлебай улын. Бы­йыл утыҙ һи­геҙенсе йыл ди­рек­торлыҡ йө­гөн тарта бары­уы­ның сере лә шундалыр, бәлки.
- Иң оҙаҡ эшләгән мәктәп етәк­селәренән районда дүртәү ге­нәбеҙ, - ти Ильяс Миңлебай улы.
Тимәк, улар - иң ныҡтары, иң сыҙамдары. Маҡтаныу түгел, күңеленән бәреп сыҡҡан ғорур­лыҡ хистәре был. Хеҙмәтенә кү­рә хөрмәте, ти халыҡ. Ба­­һа­­­лан­ды тырыш хеҙмәттәре. Лайыҡлы рәүештә “Рәсәй Феде­рацияһының Маҡтаулы дөйөм бе­лем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡ­таулы исем менән ҙурланды ул.
Билдәле әйтемде үҙгәртеп әйт­кәндә, барлыҡ уҡытыу-тәр­биәүи процесҡа яуаплы ҡараған директор өсөн мәктәптә эш та­уыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Бынан тыш хужалыҡ мәшә­ҡәт­тәре лә баштан ашҡан. Заманында мәктәпте йылытыу өсөн ал-ял белмәйенсә күпме йү­гер­гә­нен Ильяс Миңлебай улы үҙе генә белә. Мәктәптең йылытыу ҡаҙанлығына күмерен дә юллап алып ҡайтырға кәрәк (ярай ҙа ул сифатлы булһа), ут яғыусыларҙы ла күҙәткеләп тормайынса мөм­кин түгел (төрлө сәбәп менән килмәй ҡалыуҙары ла бар), ет­мәһә, иҫкереп бөткән йылытыу торбалары туңып ярыла (төҙә­тер­гә кешеһен табырға кәрәк). Шул саҡтарҙы күҙ алдынан үт­кә­­рә лә, бөгөнгө газға көй­лән­гән йылытыу системаһының уңай­­лыҡ­тары өсөн шатланып бөтә алмай ул.
1911 йылда һалынып, 70-се йыл­дарҙа һипләнгән мәктәп би­наһы хәҙер инде ныҡ иҫкергән, заман талаптарына яуап бирмәй. Шуға күрә 90-сы йылдар башында яңы мәктәп төҙөү зарурлығы килеп тыуа. Уны төҙөтөү өсөн дә күп йөрөргә, төрлө кимәлдәге етәкселәр кабинетын асып инергә кәрәк була. Заманында төҙөлөш эш­тәренә яуаплы Швецов, Фәйз­рахманов кеүек вазифалы ке­шеләргә мәктәптең ауыл өсөн бик мөһим икәнен, башланған төҙөлөштө (төҙөлөш бер мәл туҡ­талып та ҡала) тамамлау кә­рәклеген байтаҡ иҫбатларға тура килә.
- Хатта күренекле яҙыусы Динис Бүләковҡа ла мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым. Шундай олпат кешенең ихлас итеп һөйләшеүе, ярҙам итергә вәғәҙәләүе, күптәнге танышылай яғымлы йылмайып оҙатып ҡалыуы һаман күҙ алдымда, - тип хәтерләй алыҫта ҡала барған шул мәлдәрҙе Ильяс Миңлебай улы. - Ул саҡтағы мәғариф минис­тры Р. Т. Гардановтың да, район етәкселегенең дә кабинеттары аҙ тапалманы.
Нәҡ шул замандарҙа “Үҙең ҡы­бырламаһаң, бер кем дә ҡу­лыңа килтереп тоттормай” ти­гән хәҡиҡәттең хаҡ­лығына ина­на ул. Директорҙың йүн­сел­леге лә, йәмәғәтселек фекере лә бушҡа булмай (район гә­зитендә мәҡәләләр, Баш­­ҡор­тос­тан теле­видение­һы­ның “Шаңдау” тапшырыуы мәк­­тәп төҙөлөшө мәсь­­әләләрен күтәрә): оҙаҡҡа һуҙылған төҙө­лөш, ниһайәт, тамамлана. 2000 йылдың 1 сен­тяб­рендә өр-яңы мәктәптең иркен, яҡты бүлмә­лә­ре уҡыусыларҙың шатлыҡлы йөҙҙәренән тағы ла балҡыбыраҡ китә.
Үҙенең земство мәктәбе бу­ла­раҡ нигеҙләнгән ваҡытынан алып оҙайлы йәшәү осоронда Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбе тирә-яҡта танылыу яулай. Унда төрлө йылдарҙа белем алып, әҙә­биәт, мәҙәниәт, фән өлкә­һендә дан ҡаҙанған, халыҡ хужалы­ғын­да ҙур уңыштарға өлгәшкән бихисап шәхестәрҙең хеҙмәте республикабыҙҙы ғына түгел, бөтә илебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ильяс Миңлебай улы етәкселек иткән осорҙа ла мәк­тәп элекке бейеклектәрен юғалтмай, әүәлге данын һаҡлап килә. 1990-1991 уҡыу йылынан урта мәктәп статусы яңынан ҡайтарыла. Бишауыл-Уңғар ауы­­лы мәктәбе райондағы ал­дынғы башҡорт мәктәптәренең береһе икәнен оҙаҡ йылдар иҫбатлап килә. Уҡыусылар республика кимәлендәге олим­пиа­даларҙа, фес­тивалдәрҙә еңеүҙәр яулай, төр­лө фәнни-ғәмәли конфе­рен­цияларҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә, спорт ярыш­тарында ал бирмәй. Уҡытыусылар үҙҙәре лә һөнәри конкурстарҙа теләп ҡат­наша, призлы урындар менән ҡайта.
2011 йылда мәктәптең 100 йыллығы уңайынан ойошто­рол­ған юбилей тантаналары шаулап-гөрләп уҙа. Унда сығыш яһау­сылар: “Мәктәбебеҙҙең ки­лә­сәге яҡты, өмөтлө,”- тип фаразлай. Шул мәлдәрҙән һуң тағы тиҫтә йыл уҙып киткән. Ҡай­һылыр “аҡыллы баштарҙың” оптималләштереү тигән ғәҙел­һеҙлек сәйәсәте һөҙөмтәһендә филиал кимәленә ҡалдырылған хәлдә лә мәктәп һәм уның коллективы намыҫлы хеҙмәтен дауам итә, уҡыу йортоноң элекке йолаларын һүндермәҫкә, данын төшөрмәҫкә ынтыла. Был осраҡта мәктәп мөдире Ильяс Миң­лебай улының да күп йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген инҡар итеү мөмкин түгел.
... Һәр иртә машинаһына ултыра ла, күптән инде таныш юл­дарҙан үҙенең ғәҙәтләнгән, кү­неккән мәктәбенә юллана Ильяс Миңлебай улы. Күңеле кү­тәренке, кәйефтәр көр. Шу­лай булмайынса, һәр иртә башланып торған өр-яңы көнгә ҡы­уанып, матур өмөттәр бағлап, ашҡынып, ҡанатланып эшкә барыуҙары үҙе бер бәхет тә баһа. Ғаиләһендә лә, Аллаға шөкөр, татыулыҡ, тыныслыҡ, донъяһы бөтөн. Ҡатыны Фәнисә менән бына тигән бер ул, ике ҡыҙ үҫ­тереп, уларҙы уҡытып кеше итте, ейән-ейәнсәрҙәренә олатай бу­лыу шатлығын татыны. Балала­ры ла ата-әсәһенә оҡшап ке­шеләргә ихтирамлы, итәғәтле, ярҙамсылдар. Ял көндәре етһә, өй эсе балаларҙың шау-гөр кил­гән шат тауышына күмелә. Ә инде ихатаға сыҡһа, мал-тыуары менән мәж килә. Үҙ ҡулдары, үҙ тырышлығы менән тупланған бит сынъяһау ошо донъяһы. Ке­ше араһында һис кенә лә кәм­һе­нерлек түгел. Барыһы ла ыңғай булғанда күңел нисек ҡыуан­ма­һын инде! Ана шуға күрә эшенә лә дәртләнеп китеп барыуы. Ә юлдар нисәнсе тапҡыр инде мәктәпкә илтә.
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор:
Читайте нас: