Варшавка ауылында тирә-йүнгә үрнәк булып ғүмер итеүсе Мәүжидә һәм Рифҡәт Ҡутдузовтар нәҡ шундай хөрмәткә лайыҡ ғаилә. Уҙған йылдың декабрь айында уларҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 65 йыл тулды. Артҡа боролоп ҡараһаң, ниҙәр генә кисерелмәгән дә, ниндәй генә һынауҙар аша үтелмәгән?! Бер түбә аҫтында йәшәгәндә төрлөһө булғандыр, әммә бөгөн уларға ҡарап һоҡланмай мөмкин түгел. Хәҙер улар араһында бер-береһенә ҡарата мөхәббәт кенә түгел, йылдар дауамында барлыҡҡа килгән ихтирам, бер-берең тураһында ҡайғыртыу хисе сағыла.
Ғаилә башлығы Рифҡәт Әхмәт улы тыумышы менән хозур тәбиғәтле Варшавканан булһа, Мәүжидә Түрйән ҡыҙы Ауырғазы районының Төбәк ауылынан. Ике йәш танышып, йөрәктәре бергә ҡушылғас, тормошто бергәләп, төптән егелеп тарта башлайҙар. Барлыҡ ғүмерҙәрен Шайморатов исемендәге колхозда эшләүгә бағышлағандар. Рифҡәт Әхмәт улы механизатор булып хеҙмәт итһә, Мәүжидә Түрйән ҡыҙы фермала һыйыр һауған, быҙау ҡараған, баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтергән. Өс ул һәм бер ҡыҙҙарына ғүмер биргәндәр. Замана ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреү, оло тормош юлына сығарыу, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт эштәрен башҡарыу, колхоз эшенә лә өлгөрөү өсөн күпме сабырлыҡ һәм тырышлыҡ кәрәк булған. Ләкин ул донъя мәшәҡәттәре артта ҡалған. Балаларының һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, күркәм ғаилә ҡорғандар.
Ҡыҙҙары Гөлниса Өфөлә трамвай депоһында хеҙмәт итә, улдары Фирхәт - Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында водитель.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға оло ҡайғылар кисерергә лә тура килә – Себер тарафтарында эшләп йөрөгән өлкән улдары Миҙхәттең ғүмере өҙөлә. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан кесе улдары Нияз да йәш килеш фани донъянан китеп бара. Шул ваҡыттағы әсе һағыштар йөрәктәрҙе өҙһә лә, Ҡутдузовтар бер-береһенә ныҡлы терәк-таяныс булып, ҡалған балалары өсөн йәшәргә көс табып, ауыр миҙгелдәрҙе үткәреп ебәрәләр.
Бөгөн балаларының ярҙамдарын һәм ихтирамын тойоп, өс ейәндәре һәм ике бүләләренең бәхетенә ҡыуанып ғүмер кисерә улар. Килендәренән дә уңғандар, улар ҙа үҙҙәре кеүек итәғәтле һәм тырыш. Нимәгә тотонһалар ҙа, еренә еткереп башҡарып ҡуялар. Шуға ла уларҙы үҙ ҡыҙҙарындай яҡын күрәләр, яраталар. Илүзә район үҙәгендәге “Аҡташ” магазинында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Фәнилә райондың мәғариф бүлегендә бухгалтер вазифаһын башҡара. Әленән-әле бергәләшеп ҡайтып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, ярҙамлашып торалар. Тимәк, эшһөйәрлек, тырышлыҡ кеүек күркәм сифаттар быуындан-быуынға күсеп, ғаилә йолалары лайыҡлы дауам итә.
Көндө-төнгә ялғап тырышып эшләгән йылдарын Рифҡәт Әхмәт улы һағынып иҫкә ала. Бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән егеттең көндәре эш менән үткән. Бер эштән дә ҡурҡып тормаған, ҡайҙа ҡушалар, шунда йөрөгән. Тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана – “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ҡутдузовтарҙың эшләгән йылдарында бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап.
Бөгөнгө көндә Мәүжидә апай дин юлында, ислам дине ҡанундары буйынса йәшәй. Ауылдаштары уны хөрмәтләп Ҡөрьән аштарына саҡыралар. Йомош менән килгән кешеләрҙе ололап ҡаршы алып, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙалар, фәһемле кәңәштәрен бирәләр, шатлыҡ-ҡайғыларын бүлешәләр.
Бөгөн улар икеһе лә хаҡлы ялда, әммә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, тырышып, матур итеп донъя көтәләр. Йорт-тирәләренең төҙөклөгө, күркәмлеге бында уңған хужалар йәшәгәнлеген күрһәтеп тора. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡсаларында бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ә аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырған ихаталарына ҡарап күҙҙәр ҡамаша. Әлеге көндә тормоштоң һәр бер миҙгеленән тәм табып, дөрөҫөрәге Хоҙай биргән яҙмыштарына шөкөр итеп йәшәй улар.
- Ҡайны-ҡәйнәмә шундай рәхмәтлемен. Ҡасан ғына барып инһәк тә, аштары бешкән, сәйҙәре ҡайнаған, яҡты сырай, мөләйем йөҙ менән ҡаршы алалар. Теләһә ҡайһы ваҡытта улар менән кәңәшләшә алам. Уларҙың өгөт-нәсихәттәре тормошта килеп тыуған кәртәләрҙе лайыҡлы үтергә көс бирә. Ҡәйнәмдең сабырлығын, ябайлығын, бала йәнле булыуын үҙемә өлгө итеп алам. Оҫта ҡулдары бешергән ризыҡтар ҙа һәр ваҡыт иң тәмлеһе. Төп йортто хөрмәт итеп, туғанлыҡты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәүҙәре лә уларҙың тәрбиә нигеҙе, тип уйлайым. Артабан да шулай йәшәргә яҙһын,- ти килене Илүзә.
Эйе, арабыҙҙа иңде-иңгә ҡуйып, тигеҙ ғүмер иткән, күптәргә өлгө булырҙай бындай парҙарҙың булыуы һөйөндөрә. Бөгөнгө көндә уларға бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Бары ҡабыҙған ғаилә усаҡтарын һүндермәйенсә, балаларының игелеген күреп, ейәндәренең, бүләләренең күңел йылыһын тойоп йәшәү ҙә етә.
Венера ҒАФАРОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.