Даирә
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Август 2025, 15:58

Мал табибы – изге һөнәр

Ветеринарҙар малдарҙың сәләмәтлеген генә түгел, кешеләр именлеген дә ҡайғырта. Улар йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы һәр саҡ уяу тора, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында саҡырыу буйынса килеп мал-тыуарҙарҙы дауалай.

Мал табибы – изге һөнәр
Мал табибы – изге һөнәр

Традицияларҙы дауам итеп

Хөрмәтле райондың ветеринария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Райондың ветеринария хеҙмәте бай традицияларға һәм тәжрибәгә эйә, улар быуындан-быуынға тапшырыла килә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында малсылыҡтың бөтә тармаҡтарында һәм шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙа имен зооветеринария хәле тәьмин ителә. Ҡәтғи ветеринар контроль ҡулланыусыларға юғары сифатлы продукция һатыуға һәм кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итә. Ветеринарҙарҙың төрлө ауырыуҙарҙы булдырмау һәм иҫкәртеү буйынса көндәлек һәм тырыш хеҙмәте ыңғай һөҙөмтә бирә. Киләсәктә лә райондың ветеринария хеҙмәте малсылыҡты үҫтереү, уның алдында торған бөтә бурыстарҙы хәл итеү өсөн бөтә көсөн һалыр, тип ышанам. Яҙмышын ошо ауыр хеҙмәт, әммә изге эш менән бәйләгән һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм изгелек, эштәрендә уңыштар теләйем.

Илдар ЛАТИПОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

Һөнәри байрамдары алдынан тәжрибәле мал табибы, ҡырҡ ике йыл ғүмерен ветеринария тармағына бағышлаған белгес Шәүҡәт Ҡормаев менән һөйләштек. Был һөнәргә ул урауыраҡ юлдар аша килә. Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән егет мәктәптән һуң ПМКла токарь була, башҡа төрлө эштәрҙе лә башҡара. Артабан Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын уңышлы тамамлағас, 1986 йылда “Фрунзе” исемендәге колхозда тәүҙә өлкән ветеринар, аҙаҡ баш ветеринар булып эшләй. - Алдынғы хужалыҡта малдар күп ине: комплекста 800 баш мөгөҙлө эре мал иҫәпләнде, шулай уҡ һарыҡтар, сусҡалар һәм тауыҡтар аҫралды. Колхоз рәйесе Риф Усманов эшләргә дөрөҫ йүнәлеш биреп, кешеләр менән уртаҡ тел табырға ла өйрәтте. Биш ауыл ине минең ҡарамаҡта: Һәүәләй, Бишауыл-Уңғар, Мөҡсин, Ибраһим һәм Ҡолош ауылдарының фермалары. Ауырыуҙарҙы диагностикалау, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы профилактик саралар - прививкалар, сирҙәргә ҡаршы эшкәртеүҙәр, ҡан алыуҙар һәм сырхаулап торған малдарҙы дауалау, алынған продукцияның хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – былар барыһы ла минең бурысым булды. Элек йәмәғәт секторы шәхси хужалыҡтан айырылманы. Эшебеҙ колхоз малдарын ҡарау менән генә сикләнмәне. Көндөҙ колхоз малдары араһында булһаҡ, кис халыҡтыҡына барҙыҡ. Саҡырыуҙарға төндә лә йөрөнөм, ҡунаҡтарҙан киткән саҡтарым да булды. Ғөмүмән, ваҡыт менән иҫәпләшмәнем. Кем малына ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итһә лә, мал хаҡы бар, тип баш тартҡаным булманы. 1994 йылда Рәшит Әлимғафаров етәкселегендәге район ветеринария станцияһына эшкә саҡырылдым. Әйткәндәй, мин бында инде бишенсе етәксе менән эшләйем. Хәҙер егерме йыллап инде бөтә нимәлә тәртип яратҡан Ғәлинур Ҡунаҡаев етәкселеге аҫтында хеҙмәт һалам. Уның тырышлығы менән лейкоз сире бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Бында төрлө йылдарҙа терапевт, эпизоотолог, дезинфекция отряды начальнигы, дәүләт ветеринария контроле начальнигы, ветстанция начальнигы урынбаҫары булдым, - тип һөйләне Шәүҡәт Мөнир улы. Пенсияға сығып, күп йылдар үтһә лә, ошо тармаҡта хеҙмәт итеүен дауам итә, үҙе белгәндәрен йәштәр менән дә уртаҡлаша. Мал табибы әлеге ваҡытта Олокүл, Ҡабаҡ, Прибельский, 39-сы саҡрымдағы “Яҡташ” баҙарлыҡтарын, Ҡолош, Бекетов ауылдарындағы мал һуйыу урындарында контроллек итеп, мал продукцияһының сифаты өсөн яуаплы булып тора. Һөнәре бик яуаплы булһа ла, эшен яратып башҡарған тәжрибәле белгескә ҡанына һеңгән эшенең ауырлығы бик һиҙелмәй ҙә. Район ветеринария станцияһы етәксеһе Ғәлинур Ҡунаҡаев ҡыҫҡаса эш менән таныштырып үтте һәм мал табибының эшенә баһа бирҙе. - Райондың ветеринария хеҙмәткәрҙәре юғары профессионализм, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары менән айырылып тора. Кешенән айырмалы булараҡ, малдарҙың ауырыу ерҙәрен белдереү өсөн телдәре юҡ. Ә мал табиптары эштәрен атҡарып сыға. Эпизоотик именлек ветеринария хеҙмәтенең эшенә бәйле. Улар төрлө ауырыуҙарға ҡаршы дауалау-профилактика саралары даими үткәреп тора. Малдарҙы йоғошло һәм йоғошло булмаған ауырыуҙарҙан һаҡлау, малсылыҡ продукттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, район биләмәһенә төрлө ауырыуҙар индереүҙе булдырмау кеүек мөһим мәсьәләләр ветеринарҙарҙың иңдәренә йөкмәтелә. Бөгөнгө көндә район ветеринария станцияһында 31 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 17-һе – юғары белемле. Шулай уҡ “Артемида” һәм “Уңыш” хужалыҡтарында юғары белемле ветеринарҙар хеҙмәт итә. Барыһы ла үҙ эштәренә бирелгән эш оҫталары. Улар арҡаһында районда эпизоотик хәл тотороҡло булып ҡала. Имен хәлгә һәр береһе үҙ өлөшөн индерә. Һәр мал беҙҙең күҙ уңында. Был төрлө йоғошло ауырыуҙар, мәҫәлән, ҡотороу, бруцеллез, лейкоз, бешмә, африка чумаһы, туберкулез, ҡош киҙеүе кеүек ауырыуҙар килеп сыҡмаһын өсөн мөһим. Эшенә бар күңелен һалып башҡарған Шәүҡәт Мөнир улы ҙур тәжрибәгә эйә. Ул хеҙмәтенә бик яуаплы ҡарап, һәр ваҡыт бурысын еренә еткереп үтәй, халыҡ менән дә уртаҡ тел табып эшләй белә, - тип һөйләне Ғәлинур Ғаяз улы. Форсаттан файҙаланып, ул бөтә ветеринария хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлай һәм уңыштар, һаулыҡ теләй. Ете тиҫтәне ҡаршылағанда ла ул йәштән һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт итә. “Эшеңде яратһаң, унан айырылыуы ауыр. Шулай уҡ дәртләнеп, бар көсөңдө биреп эшләү өсөн яҡшы тыл кәрәк. Мин ғаиләмдән уңдым. Ҡатыным Ләйлә Миңлеғәли ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Көн дә таңдан тороп эшкә китә инем, бөтә хужалыҡ эштәре, мал-тыуар ҡарау ҡатыныма ҡалды. Ул үҙе лә Һәүәләй ауылында бухгалтер булып эшләне. Хәҙер ҡырҡ йыл инде бер бөтөнгә әйләнеп, бергә ғүмер кисерәбеҙ. Улдарыбыҙҙың икеһе лә хәрбиҙәр. Тормош юлдаштары менән беҙҙе ете ейән-ейәнсәр менән һөйөндөрәләр”, тине ул. Ни өсөн был һөнәрҙе һайлағанын һорағас, бала саҡтан хайуандар яратыуын, малдар ҡарашыуын әйтте. Ул элек һәм әле бергә эшләгән етәкселәрен, хеҙмәттәштәрен ҙур ихтирам менән телгә алды. - Төрлө йылдарҙағы ветеринария станцияһы начальниктары Рәшит һәм Рифҡәт Әлимғафаровтар, Наил Кашапов, Рәсил Усманов, Әлфир Абдуллин, Ғәлинур Ҡунаҡаев, лаборатория етәкселәре Рәмзилә Әхтәмова, Вәсим Ғәләүетдинов, шулай уҡ ауылдарҙағы лечебницаларҙың ветеринарҙары Тимерғәле Үлмәҫҡолов, Евгений Балтинский, Михаил Карпов, Әхнәф Тимербаев, Марат Йыһаншин менән бер осорҙа эшләү бәхете тейҙе. Йәш белгестәр ҙә маҡтауға лайыҡ. Бына улар – Раушания Насирова, Эльмира Әлимғафарова, Вадим Әлимғафаров һәм башҡалар. Йәш саҡта остаздарым ярҙам ҡулын һуҙһа, хәҙер йәштәр кәңәштәремә ҡолаҡ һала, уларҙы ҡулланалар, - тине ул. Хеҙмәт ветераны Шәүҡәт Ҡормаевтың намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан баһаланып тора. Бихисап наградалар араһында РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты, РФ Агросәнәғәт комплексы Профсоюзының Маҡтау ҡағыҙы ла бар. Әйткәндәй, оҙаҡ йылдар Шәүҡәт Мөнир улы хеҙмәтте һаҡлау буйынса башланғыс профсоюз ойошмаһын етәкләй. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған булдыҡлы, тырыш белгескә алдағы көндәрҙә лә эшендә уңыштар һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас