«Кина» бөтмәй әле...
Рәсәй киноһы көнө менән!
27 августа илебеҙҙә Рәсәй киноһы көнө билдәләнә. Кино – киң таралған һәм барыбыҙҙың да иң яратҡан сәнғәт төрө. Шуға күрә был байрамды киноиндустрия хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән тамашасылар ҙа билдәләй. Беҙҙең кино идеяларға, мәғәнәгә, таланттарға бай. Ул беҙҙе уйланырға һәм тойорға мәжбүр итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ тормошто тағы ла яҡшыраҡ итергә ярҙам итә. Район үҙәгендә эшләп килгән “Юбилейный” кинотеатры хеҙмәткәрҙәрен, үҙ тормошон кино менән бәйләгән барлыҡ яҡташтарҙы, тармаҡ ветерандарын, киноға профессиональ ҡарашта булған һәм яҡшы фильмдар ҡарарға яратҡан һәр кемде Рәсәй киноһы көнө менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, яңы ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы проекттарығыҙҙы һәм уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйем!
Илдар ЛАТИПОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы
Ауыл ерендә тыуып үҫкән һәр беребеҙҙең бала һәм үҫмер саҡтары, йәшлектәре ауыл клубы менән тығыҙ бәйләнгән. Күмәкләшеп клубта бер киноны ҡалдырмай ҡараған, шунан дискотекала бейегән саҡтар күптән артта ҡалды. Клубтарҙа күрһәтелгән кинолар ғына түгел, шулай уҡ унда алған тәьҫораттар, киноға барыу мажаралары мәңгелеккә күңелдәрҙә уйылып ҡалған.
Киноға өлгөрәм тип, үҙеңә ҡушылған барлыҡ эштәрҙе йәһәтләп башҡарыу беҙҙең заман балаларының береһен дә урап үтмәгәндер. Минең дә, тиҙ генә мунсаға барып йыуынып сығырға уйлап, һинд киноһына бара алмайынса еҫ тигеҙеп ятҡан мәлдәр хәтерҙән сыҡмай. Өләсәйемдең ауылындағы бәләкәй генә клубта (элекке мәсет) “индийский кина” күрһәтһәләр, ултырырға урын да булмай, үҙебеҙҙең ултырғысты һөйрәп алып барырға тура килә ине. Оло йәштәге инәйҙәрҙең кинола барған ваҡиғаларға ҡушылып һөйләнеп ултырыуҙары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәш түгеүе үҙе бер хәтирә. Хәҙер һәр йортта бер нисә заманса, төҫлө телевизор, кеше элекке кеүек киноға ла йөрөмәй тиерлек.
Район үҙәгендә эшләп килгән “Юбилейный” кинотеатрының бөгөнгө хәле нисек икән? Улар үҙҙәренең байрамын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Кинотеатр етәксеһе Зәлил Исхаҡов менән түбәндәге әңгәмә ошо юҫыҡҡа ҡоролдо. Әйткәндәй, йыл һайын район гәзиттәренә тәүгеләрҙән булып һәм бар коллективтары менән яҙылғандары өсөн кинотеатр хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
- Зәлил Зыя улы, иң тәүҙә район үҙәгендә эшләп килгән “Юбилейный” кинотеатрының тарихына күҙ һалайыҡ әле.
- Был кинотеатр 2018 йылдың 28 декабрендә асылды. 2017 йылда, район мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһында саҡта, конкурсҡа заявка бирҙек һәм еңеп сыҡтыҡ. Мәскәүҙән, Рәсәй кинофондынан кинозалды кино ҡорамалдары менән йыһазландырыу өсөн 5 миллион һум күләмендә аҡса бүленде. Шулай уҡ республика һәм район ярҙамы менән ошо бинаға капиталь ремонт эшләнде.
- Һеҙ ҡасандан етәкселек итәһегеҙ? Кинозалдың эшмәкәрлеге менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
- Кинотеатр үҙ эшмәкәрлеген башлаған көндән алып бында етәкселек итәм. Ошо йылдар эсендә кинозалыбыҙ тотороҡло һәм емешле эшләй. Республика күрһәткестәре буйынса тәүге биш урындан төшкәнебеҙ юҡ. Һәр эш планға ярашлы алып барыла. Район халҡының барлыҡ категорияһын – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем кино менән хеҙмәтләндереү бурысын теүәл үтәйбеҙ.
- Киноға кемдәр күберәк йөрөй? Ниндәйерәк фильмдарҙы үҙ итәләр?
- Төрлө йәштәге яҡташтар киноға әүҙем йөрөй. Уҡыу йылы башланыу менән уҡыусылар кластары менән килә. Ғөмүмән, районыбыҙҙың барлыҡ белем биреү учреждениелары һәм балалар баҡсалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Оло йәштәгеләр ҙә ситтә ҡалмай. Улар араһында даими рәүештә йөрөгәндәрҙең, йәғни мәҙәниле ялдарын ойоштора белеүселәрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Йәштәр күберәген “ужастик”тарҙы ҡарарға яратһа, өлкәндәр элекке үҙебеҙең киноларға өҫтөнлөк бирә. Башҡорт телендә төшөрөлгән “Һеңлекәш”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” кеүек фильмдарҙа зал шығырым тулы булды. Шулай уҡ “Т-34” фильмын халыҡ яратып ҡабул итте.
- Үҙегеҙҙең тәүге тапҡыр киноға барғанығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
- Эйе, ул саҡтарҙы һәр саҡ һағынып иҫкә алам. Ауылыбыҙ клубында ғүмер буйы Әлфәт ағай Әминев кинолар күрһәтте. Балалар өсөн кино 5-10 тин генә була торғайны. Тәүге ваҡыттарҙа көслө тауыштан ҡурҡып китә инек, аҙаҡ өйрәнеп алдыҡ. Бер киноны ла ҡалдырманыҡ. Клубта гел кеше шығырым тулы була торғайны.
- “Пушкин картаһы” менән фильмдар ҡарау мөмкинлеге лә барҙыр?
- Өфөнән, “Башҡортостан” киностудияһынан беҙгә фильмдарҙың исемлеге ебәрелә. Улар араһынан “Пушкин картаһы” менән түләү мөмкинлегенә эйә булғандарын да һайлап алырға тырышабыҙ. - Ҡасан, ниндәй кинофильмдар күрһәтелеүе тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан табырға мөмкин? - Киноафишаны ватсаптағы “Афиши Кармаскалы РДК” чатына, ВК-лағы “Кинозал Кармаскалы” төркөмөнә һалып барабыҙ. Шулай уҡ район үҙәгендә бер нисә урынға афишалар эләбеҙ. Кино һөйөүселәр беҙҙең барлыҡ төркөмдәргә ҡушылһалар, үҙҙәренә оҡшаған бер фильмды ла күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ. Шулай уҡ райондаштар яңылыҡтарҙы күҙәтеп барһалар, төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа ҡатнашып, бушлай кино ҡарау хоҡуғын алыу мөмкинлегенә эйә булырҙар.
- Кино күрһәтеүгә кемдәр яуаплы?
- Әлеге көндә коллективыбыҙҙа барлығы биш кеше эшләй. Киномеханиктарыбыҙ Фәнил Исламғолов һәм Рөстәм Хәбибетдинов, кассирҙарыбыҙ Гөлфинә Шәмсетдинова һәм Альбина Ғәзизова менән бергә район халҡын кино менән тәьмин итәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең бинала балалар һәм йәштәр өсөн киберспорт (етәксеһе Радик Ғарифуллин) һәм робототехника (етәксеһе Динар Вәлиев) түңәрәктәре эшләп килә. Яҡын киләсәктә мультстудия һәм фотозона асыуҙы планлаштырабыҙ. Йыйыштырыусыларыбыҙ Фирҙәүсә Әминева, Зөһрә Фәйрузовалар бинаны һәр саҡ таҙа тотоу өсөн бар көстәрен һалалар. Һаҡсыларыбыҙ ҙа үҙ эшен лайыҡлы башҡара.
- Район халҡына нимә тип мөрәжәғәт итер инегеҙ?
- Киноларға тағы ла күберәк йөрөһөндәр ине. Әлбиттә, фильмдарҙы телевизорҙан да ҡарарға мөмкин, әммә киң форматлы ҙур экрандан ҡарауға ни етә! Берәй заман халыҡ интернет селтәренән ялҡып, яңынан кинотеатрҙарға күпләп ағылыр тигән фекерҙәмен. Кинотеатрҙар халыҡҡа кәрәк, тип уйлайым. Айырыуса йәштәр өсөн бик мөһим, сөнки кино кәрәкмәгән насар уйҙарҙан һәм ҡылыҡтарҙан арындыра. Районыбыҙҙа кинотеатр, кинолар бөтмәйәсәк, тип ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ. Ҙур экрандарҙағы кино беҙҙең тормошобоҙға яйлап булһа ла, яңынан инә бара, кемдәрҙелер ул матур йәшлегенә алып ҡайта, ә бәғзеләр өсөн кино сәнғәтенең яңы офоҡтарын аса. Ә беҙ иһә, һәр беребеҙ кинотеатрҙа үҙенең шөғөлөн һәм мәҙәниле ялын тапһын өсөн тағы ла тырышып эшләйәсәкбеҙ, шарттар тыуҙырасаҡбыҙ. 23 августа кинотеатрыбыҙҙа “Кино төнө” акцияһы уҙасаҡ. Был көндө өс фильмды бушлай ҡарарға мөмкин буласаҡ. Барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы, район ҡунаҡтарын көтөп ҡалабыҙ.
- Мауыҡтырғыс әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зәлил Зыя улы! Байрамығыҙ ҡотло булһын, эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйбеҙ!
Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.