Ғаилә - күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна. Районыбыҙҙа ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап, берҙәм, татыу, башҡаларға өлгө булып йәшәгән парҙар бик күп.
Район Мәҙәниәт һарайының кесе залында Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналған “Йыл ғаиләһе” район конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
- Ғаилә - ул тыуған йорт, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә бүлешеү. “Йыл ғаиләһе” конкурсының район этабында ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын хөрмәт иткән ғаиләләрҙең ҡатнашыуы бигерәк тә ҡыуаныслы, - тине тантананы алып барыусы Ольга Исхаҡова унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. Артабан һүҙ муниципаль район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаеваға бирелде.
- Ғаилә - ул бөтә нимәнең дә нигеҙе, уның асылы бала саҡтан һалына. Беҙ балаларыбыҙҙы нисек тәрбиәләйбеҙ, ғаиләбеҙ, йәмғиәтебеҙ, илебеҙҙең киләсәктәге әхлаҡ кимәле, хәл торошо, тыныслығы ла шуға бәйле буласаҡ. Беҙ кескәйҙәргә һәм ололарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға, нисек йәшәргә кәрәклеген үҙ өлгөбөҙҙә күрһәтәбеҙ. Бөгөн бында булған һәр ғаиләгә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа иғтибарға лайыҡ, матур балалар тәрбиәләйһегеҙ, ғаилә йолаларын һаҡлайһығыҙ, ә инде еңеүселәребеҙгә республика этабында уңыштар теләйбеҙ, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы һәм “Йыл ғаиләһе” конкурсында әүҙем ҡатнашыусы Фәйзуллиндар, Әминевтар, Баһауетдиновтар, Лоҡмановтар, Максимовтар, Дәүләтбаевтар һәм Самиҡовтар ғаиләләренә Дипломдар тапшырҙы.
Артабан төрлө номинацияларҙа еңеүселәр тәбрикләнде. Әйткәндәй, был конкурс дүрт номинация буйынса үтте. Шулай итеп “Алтын ғаилә” номинацияһында Прибельский ауылынан Матюшиндар ғаиләһе еңеүсе булды. Уларҙың ғаилә тормошо 42 йыл дауам итә. Владимир Иванович менән Наталья Викторовна ике ул – Максим һәм Алексейҙы тәрбиәләп үҫтергәндәр. Матюшиндар ғаиләһендә бик күп мауығыуҙар һәм ғаилә йолалары бар. Улар райондың йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, Прибельский ауылының Бөтә изгеләр ғибәҙәтханаһын (Всехсвятский храмын) төҙөүгә хәйриә иғәнәселеге күрһәтәләр. Бынан тыш “Бөтә быуын диңгеҙселәренә” иҫтәлекле стелла төҙөүгә лә матди ярҙам ҡулы һуҙғандар. Матюшиндар ғаиләһе илдәге бөгөнгө хәлгә лә битараф түгел. Мәрхәмәтлек күрһәтеп ғаилә ай һайын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ихтыяждарына аҡса күсерә. Әйткәндәй, Матюшиндарҙың улдары ла махсус хәрби операция яугире.
“Күп балалы ғаилә” номинацияһында Сахай ауылынан Айгөл Хәйрулла ҡыҙы һәм Айнур Сабит улы Мөхәмәтшиндар ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Ғаилә башлығы конвой идаралығында кесе инспектор, ҡатыны Рәсәй Һаҡлыҡ банкында эшләй. Мөхәмәтшиндар биш сәскәләй ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Был ғаиләне бик күп яҡты һәм изге йолалар берләштерә. Улар һәр береһенең тыуған көнөн иҫтәлекле итеп билдәләй, йорт хайуандарын тәрбиәләйҙәр, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә яраталар.
- Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ шул тиклем тыныс, аҡыллы һәм тәртипле. Беҙҙең өсөн иң беренсе урында сабыйҙарыбыҙҙың иҫән-һау һәм бәхетле булыуы мөһим, ти - Мөхәмәтшиндар.
“Ауыл ғаиләһе” номинацияһына Олокүл ауылынан Динара Исмәғил ҡыҙы һәм Марат Мөнир улы Ғизәтуллиндар лайыҡ булды. Ғизәтуллиндар ғаиләһе ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Улар шәжәрә һәм ғаилә байрамдарына айырыуса етди ҡарай. Ғизәтуллиндар буш ваҡыттарын ғаилә менән бергә үткәрергә ярата. Шулай уҡ улар патриотик тәрбиәгә айырыуса иғтибар бүлә. Бөгөнгө көндә Динара Исмәғил ҡыҙы Олокүл ауылының «Патриот» ирекмәндәр штабы координаторы булып тора.
“Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан Әлфиә Фарид ҡыҙы һәм Рим Ғәле улы Миһрановтар еңеү яуланы.
Миһрановтар ғаиләһендә Рәсәйҙең дүрт лайыҡлы гражданы үҫә. Һәр бер ғаиәләлә быуындан-быуынға күсеп килгән ниндәйҙер йолалар бар. Улар ғаилә ағзаларын берләштерә, туғанлыҡ ептәрен нығыта. Миһрановтарҙың да үҙҙәренә генә хас ғаиләне хөрмәт итеү, ғаилә байрамдарын бергәләп үткәреү, сәләмәт тормош алып барыу кеүек үҙ йолалары бар.
Артабан сарала ҡатнашыусылар видеопрезентация аша ғаиләләрҙең йолалары, шәжәрәһе, көнитмеше менән танышты.
Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү яғынан был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, йола быуындан-быуынға күсәсәк, киләсәгебеҙ ныҡ буласаҡ.
Сара һуңында район мәҙәниәт һарайы артистары Фәрит Яҡшығолов, Филүс Шәңгәрәев, Лилиә Ғәҙелшина, “Егеттәр” ансамбле, Зилә һәм Рафаэль Ҡоҙашевтар тамашасыларға үҙҙәренең моңло ла, дәртле лә йырҙарын бүләк итте.
Ғаилә – туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән бәләкәй йәмғиәт ул. Ошо йәмғиәттәге татыулыҡ, берҙәмлек, бер-береңә иғтибар һәм ихтирам тойғолары ундағы матур традициялар аша тәрбиәләнә. Ғаилә йолаларығыҙ оҙаҡ йылдар дауам итһен. Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле булығыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.