Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Ноябрь , 15:29

Закон һәм хоҡуҡ һағында

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыр­мыҫҡалы районы буйынса бүлексәһендә үҙ эшен белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй һәм районда хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген нығытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Улар араһында тәфтишселәр айырым урынды биләй.

Закон һәм хоҡуҡ һағында
Закон һәм хоҡуҡ һағында

Тәфтишсе һөнәре күптәр өсөн серлелек һәм романти­ка солғанышы менән уратып алынған. Был һөнәр эйәләре тураһында һүҙ сыҡһа, енәйәт­тәрҙе асыу, күҙәтеү, эҙәрлекләү, енәйәтселәрҙе тотоу күҙ алдына баҫа. Кем һуң ул тәфтишсе?

Һөнәри байрамдары ал­дынан Ҡырмыҫҡалы районы­ның бүлек начальнигы урын­баҫары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буй­ынса тәфтиш бүлексәһе етәк­сеһе, юстиция подполковнигы Фәнзил Фәйзелхан улы Хәй­ертдинов менән осраштыҡ.

Ҡырмыҫҡалының 2-се мәк­тәбен тамамлаған егет Рәсәй Эске эштәр министрлығы­ның Өфө юридик инситуты­ның енәйәт эҙләү (уголовный розыск) факультетына уҡы­рға инә. Таныштары, дуҫтары араһынан был ысын ир-егеттәр һөнәрен алған егеттәр байтаҡ була. Шуға ла ул һис тә уйлап тормай яуаплы һөнәргә эйә бу­лырға ҡарар итә. Был һөнәргә хаҡлыҡ яратыуы һәм спорт­сы булыуы ла булышлыҡ итә. Диплом алғас, тыуған районға эшкә ҡайта. Бында йәш хеҙмәт­кәр эш мәленә төшөнә, үҙе өсөн күп яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы нимәләр аса, тәжрибә туплай. Ул хеҙмәтен ЮХХДИ-ла ад­министратив законсалыҡты үтәү буйынса инспектор булып башлап, эксперт-кримина­лист булып дауам итә. Шунан тәүтикшереү (дознание) бү­легендә эшләй. 2022 йылдың башынан тәфтиш бүлегендә - тәүҙә тәфтишсе һәм артабан 2023 йылдың апреленән район бүлеге начальнигы урынбаҫары - тәфтиш бүлексәһе начальни­гы. Шулай итеп, байтаҡ еңел булмаған юл үтеп, етәксе вази­фаға етә.

Әйткәндәй, мәктәп йә­шенән спорт менән дуҫ булған егет Эске эштәр органдарында эшләгәндә лә унан айырылмай: биатлон – уның иң яратҡан спорт төрө. Ярыштарҙа гел призлы урындар ала. Был ту­рала эш урынындағы бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар һәм Рәхмәт хаттары һөйләй. Спорт буйынса алған Маҡтау ҡағыҙҙары араһында “Иң яҡшы тәфтишсе” дипломы ла сте­наһын биҙәй.

- Тәфтиш бүлегендә штат буйынса алты хеҙмәткәр бу­лырға тейеш булһа ла, дүрт кеше эшләйбеҙ. Минең бу­рыс - енәйәттәрҙе асыуҙы һәм тикшереүҙе ойоштороу. Беҙ төрлө категориялағы эштәрҙе тәфтишләү менән шөғөлләнә­беҙ. Эш графигы норма буйын­са түгел, көнө-төнө буйынса ла эшләргә тура килә. Ниндәй хәл булһа ла, үҙеңде ҡулға алып, ар­табан законлы һәм нигеҙле ҡа­рар ителһен өсөн тырышабыҙ. Беҙ стресҡа сыҙамлы, һәр кем менән уртаҡ тел табырға тей­ешбеҙ һәм, әлбиттә, маҡсатҡа ирешеү мотлаҡ, - ти Фәнзил Фәйзелхан улы.

Форсаттан файҙаланып, Һеҙгә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, артабан да һөнәри бурыстарығыҙҙы өлгөлө үтәүе­геҙҙе теләйбеҙ.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: