Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Март 2023, 14:22

Байрамдар ҡотло булһын!

Кәсеүән ауылында йәшәү­се Рәхимова Әлфиә Вәхит ҡыҙына

Байрамдар ҡотло булһын!
Байрамдар ҡотло булһын!

Кәсеүән ауылында йәшәү­се Рәхимова Әлфиә Вәхит ҡыҙын 55 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә ныҡлы сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡыта ла китмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа төрөнөп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин мәңгелек нур булып.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән Миләүшә, Наил һәм балалар.

Автор:
Читайте нас: